Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Декабрь 2020, 13:00

Тау шыуып та өлгөрмәнеләр...

Күңелһеҙ ваҡиға кисә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холы янындағы рөхсәт ителмәгән урындан тау шыуғанда теркәлгән. Бер-бер артлы 12 йәшлек ҡыҙ менән 6 йәшлек малай тауҙан тюбинг менән шыуған ваҡытта йәрәхәт ала. Уларҙың икеһе лә дауаханаға оҙатыла.

Ата-әсәләргә күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, балаларының ғүмерен хәүефкә ҡуйып, күп осраҡта рөхсәт ителмәгән урындан тау шыуҙыралар. Был осраҡта ла ике баланың да янында ололар булған, әммә уларҙың битарафлығы арҡаһында балалар зыян күргән.
Тиҙән Яңы йыл каникулдары башлана, шуға күрә ата-әсәләргә бигерәк тә иғтибарлы һәм талапсан булырға кәңәш итәбеҙ. Балаларығыҙға ҡышҡы каникулдарын дауахана койкаһында үткәрергә тура килмәһен өсөн бар хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәгеҙ!
Фото: "ГорОбзор" сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: