Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Декабрь 2020, 14:35

Балаларға – Яңы йылға бүләк

Башҡортостанда йәшәүселәр ете йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән 5 мең һум аҡсаны ала башланы.

21 декабрҙең иртәһендә үк телефондарға социаль түләүҙең бирелеүе тураһында хәбәрҙәр килә башланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты 17 декабрҙә йыл һайын үткәрелгән матбуғат конференцияһында ете йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә 5 мең һум күләмендә Яңы йыл бүләге биреләсәге хаҡында әйткәйне. “Быйыл, сикләүҙәр сәбәпле, Яңы йыл шыршылары һәм башҡалар үткәрелмәй. Ә байрам ғәҙәти түгел, ул көтөү, киләсәккә өмөт менән бәйле. Дәүләттең балаларға бүләк эшләйәсәге хаҡында килештек. Ете йәшкә тиклемге барлыҡ балаларға 5-әр мең һум аҡса түләйәсәкбеҙ”, – тип белдергәйне Президент.
Быға Тиклем Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәрҙе биреү тәртибе хаҡында аңлатҡайны. “Президент Указына ярашлы, Рәсәй Пенсия фонды, ғариза яҙҙыртмайынса, 7 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә, уллыҡҡа, опекунлыҡҡа һәм попечителлеккә алғандарға берҙәм түләүҙе күсерәсәк. Ул һәр балаға 5 мең һум тәшкил итәсәк. Яңы түләүҙе 2020 йылдың 17 декабренә ҡарата балаһына 8 йәш тулмаған ғаиләләр аласаҡ”, – тип аңлатҡан Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте. Яңы түләүҙең үҙенсәлеге: уны һорап ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкәй. Пенсия фонды уны ғаризаһыҙ рәсмиләштерә. Ул яҙ һәм йәй балаларға түләүҙәр тураһындағы ҡарарҙар нигеҙендә аҡсаны күсерәсәк.
Ғариза бала 1 июлдән һуң донъяға килгән йә быға тиклем ата-әсәләр йыл дауамында Пенсия фонды биргән түләүҙәргә ғариза яҙмаған осраҡта кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә был осраҡта ата-әсәләр аҡса күсәсәк банк реквизиттарын күрһәтергә тейеш. Ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә, йәғни өс ай ваҡыт бар әле. Бынан тыш, балаларға аҡса алып, артабан банк иҫәбе ябылған ата-әсәләргә лә ғариза яҙыу зарур. Ғаризаны дәүләт порталындағы шәхси кабинет йә Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә яҙырға мөмкин.
Фото: ru.depositphotos.com
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: