Иммунизациялау ирекле формала үткәрелә. Тәүге сиратта республиканың 24 медицина һәм мәғариф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнәсәк.
Вакцина үҙәкләштерелгән федераль ойошманан барлыҡ һаҡлау һәм логистик талаптарҙы үтәп килтерелгән. Тейешенсә йыһазландырылған Башфармация (Госаптека) ойошмаһы складында бушатылғандан һуң, вакцинация пункттарына барлыҡ һалҡынлыҡ шарттарын һаҡлап еткерелгән.
Вакцинация алдынан терапевт тикшерә. Вакцина өс аҙна интервал менән ике этапта яһала. Беренсе прививканан һуң гумораль иммунитет барлыҡҡа килә, йәғни һаҡлаусы антиматдәләр хасил була. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә.
Вакцина 18-ҙән 60 йәшкә тиклемгеләргә эшләнә. Ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға яһалмаясаҡ. Был сикләү, ғөмүмән, барлыҡ дарыуҙар, иммунобиологик препараттар өсөн дә хас.
Унан тыш, вакцина киҫкен инфекция сиренә дусар булғандарға, хроник ауырыуҙары киҫкенләшкәндәргә, вакцина компоненттарына гиперһиҙгерлек күрһәткәндәргә эшләнмәйәсәк. Беренсе компоненттан һуң ҡатмарлыҡтар тыуһа, икенсе компонент шулай уҡ яһалмаясаҡ.
Вакцинация үткәргәндә пациент анкета тултыра, иҫкәртмә бирелә (өс көн прививка урынына һыу тейҙерергә, мунсаға, саунаға барырға, алкоголле эсемлек ҡулланырға ярамай).