Күп функциялы үҙәктәрҙең эштәрен киңәйтеү тураһында ҡарарға Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Күп функциялы үҙәктәр граждандарҙан мәғлүмәттәр алып, уларҙы халыҡ иҫәбе алыу осоронда Рәсәй статистикаһына тапшыра ала.
Халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың апрелендә һанлы технологиялар ҡулланыу ярҙамында үтәсәк. Тәүге тапҡыр илебеҙ граждандарф дәүләт хеҙмәттәре порталында йәиһә иҫәп алыу участкаларында, йәиһә күп функциялы үҙәктә үҙҙәре иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултыра аласаҡ.
Эльвира Шакирова.