Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Декабрь 2020, 19:29

"Байрам"ды ғына түгел, яҙмыштарын емереп...

Өфөлә енәйәтсе үҫмерҙәр төркөмө башлығы ҡулға алынған. Ул икенсе "иптәше" менән бергә ниҙәр хаҡында һөйләгән?

Өфөлә үҫмерҙәр енәйәти төркөм ойоштороп, кеше талап йөрөгән.
Ноябрь башында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уларҙың 17 йәшлек башлыҡтарын ҡулға алған, шулай уҡ араларынан 16 йәшлеге лә тотолған. Әлеге тиклем СИЗО-ла булғандар, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Яңыраҡ тағы өс енәйәттәре тураһында һөйләп биргәндәр.
Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, был икәү 21 октябрҙә Өфөнөң Ҡулса урамындағы күп ҡатлы йорт эргәһендә 15 йәшлек ике үҫмергә һөжүм иткән. Пистолетҡа оҡшаған предмет менән ҡурҡытып, уларҙың кеҫә телефондарын тартып алғандар. Етмәһә, береһенән 9 900 һумды үҙ иҫәбенә күсерткәндәр, икенсеһенән 15 мең таптырғандар.
Шулай уҡ 5 ноябрҙә “Байрам” магазины ишеген емереп, дүрт меңлек тауар алып сыҡҡандар. Улар менән тағы икәү булғанлығы билдәле, әммә былары уларҙы атауҙан баш тартҡан.
Йәш көйө яҙыҡ юлға баҫып, яҙмыштарын емереүҙәре аяныс.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bayram-di-ina-t-gel-ya-mishtarin-emerep-575387/
Читайте нас: