Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Ноябрь 2020, 14:10

Аяғы ҡыҫылып...

Өфөлә тәҙрә пәрҙәләре элгәндә бер ҡатын бәләгә тарыған.

Өфөлә бер хужабикәгә ҡотҡарыусылар ярҙамы кәрәк булған. Баҡтиһәң, тәҙрә пәрҙәләре элеп йөрөгәндә, уның аяғы йылытыу батареяһы араһына инеп ҡыҫылған. Ярай әле икенсе ҡатта ғына йәшәгән, сөнки ҡотҡарыусыларға фатирына тәҙрә аша инергә тура килгән. Ун минут үтеүгә бәләгә тарыусыны тотҡондан азат иткәндәр.
Ҡотҡарыусылар ҡатындың аяғын ентекле тикшергән, күҙгә күренмәле зыян булмаған, шулай ҙа уға травпунктҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итеп киткәндәр, тип билдәләйҙәр Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Шулай, ҡәҙимге йорт эштәрен башҡарғанда ла, уйламағанда бәләгә тарыуың ихтимал. Һаҡһыҙлыҡты юғалтмау зарур шул.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: