Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Ноябрь 2020, 16:10

Дөрөҫ иҫәпләмәһәләр...

Әгәр һеҙгә булмаған мөлкәт өсөн һалым түләргә тигән иҫкәрмә килһә йәки сумманы дөрөҫ һанамаһалар, ни эшләргә?

Тормошта төрлө хәлдәр була. Өҫтәүенә “кеше факторы” тигән төшөнсә бар. Бындай хәлдәрҙең һалым өлкәһендә лә булыуы мөмкин.
Мәҫәлән, һеҙҙең булмаған мөлкәтегеҙгә һалым түләү кәрәклеге хаҡындағы иҫкәрмәнең килеүе ихтимал. Бынан тыш, сумманы дөрөҫ иҫәпләмәүҙәре мөмкин. Ике осраҡта ла һеҙгә һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әммә ҡулығыҙҙа ныҡлы дәлилдәр булһын.
Ҡануниәткә ярашлы, Федераль һалым инспекцияһы һеҙгә 30 көн эсендә яуап бирергә тейеш. Бынан тыш, уның һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе дөрөҫ түгел тип кире ҡағыуы ихтимал. Әлбиттә, бының өсөн дәлилдәрҙең булыуы мотлаҡ. Әгәр улар ҡәнәғәтләнерлек икән, һалым суммаһы ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Әммә уны ваҡытында түләү хаҡында оноторға ярамай. Быйыл иһә был бурысты 1 декабргә тиклем атҡарыу зарур, юғиһә пенялар иҫәпләнә башлаясаҡ.
Фото: inshatura.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: