Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Ноябрь 2020, 23:05

Коронавирус эләкһә, был балалар үләсәк...

Туймазы районының Серафимов ауылындағы аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн балалар йорто педагогтары бында COVID-19 буйынса сир усағы барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә. Уларҙың мөрәжәғәтен социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтсе Аксель Гросс баҫтырған. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

чреждение хеҙмәткәре белдереүенсә, балалар йорто коллективы инфекцияны медицина хеҙмәткәрҙәренән йоҡторған. Әлеге ваҡытта унда сирле балалар һәм хеҙмәткәрҙәр күп.
Интернатта 300-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә, 50-һе паллиатив сирле. Улар өсөн ковид – ныҡлы тикшереү үткәрелмәһә, үлем ҡурҡынысы тыуҙырған сир. Педагогтар белдереүенсә, бында әле элементар санитар-эпидемиологик талаптар ҙа үтәлмәй.
“Ике аҙналыҡ вахта осоронда хеҙмәткәрҙәргә ҡулдарын эшкәртеү өсөн санитайзерҙар бирмәнеләр. Эште ойоштороу бик насар кимәлдә, туҡланыу ҡот осҡос, меню ярлы. Көн һайын кәбеҫтә һәм картуф, еҫләнгән ит. Һыуҙы үҙебеҙгә ҡайнатырға йәки крандан алырға тура килә. Әле эшкә яңы вахта сыҡты. 70 хеҙмәткәрҙең 10-һы ғына килгән. Ҡалғандар теләмәй. Нисек эшләрҙәр? Нисек 12-шәр сәғәт буйы костюмда балалар менән булырға? Аңлашылмай. Бынан тыш, етәкселек кешеләргә насар мөнәсәбәттә. Беҙгә ҡысҡыралар, тауыш күтәрәләр. Психологик баҫымға дусар ителдек. Ә ошо хәлдәр тыуғас, директор килмәне лә хатта. Анализдарҙы 30 октябрҙә алдылар, ошоға тиклем билдәле түгел. Йәмәғәтселектән проблемаларыбыҙҙы хәл итеүҙә ярҙам һорайбыҙ. Беҙ үҙебеҙ һәм балалар өсөн ҡурҡабыҙ”, – тиелә мөрәжәғәттә.
Билдәле булыуынса, педагогтар Башҡортостан Башлығына һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар Серафимовка балалар йортондағы хәлде контролгә алған.
“Министрлыҡ хәлде белә, райондың опер штабы ҡушылды, балаларҙың бөтәһен дә ҡарап сыҡтылар һәм улар Туймазы үҙәк район дауаханаһы табиптары тикшереүе аҫтында, – тине министрлыҡтың социаль инфраструктура һәм инвалидтарҙы интеграциялау идаралығы начальнигы Булат Дәүләтханов. – Бөгөн бер баланың тән температураһы күтәрелгән. Учреждениела апрелдән алып 14-әр көнлөк вахта режимы ғәмәлдә. Әле сменалар алмашынды һәм 15-се смена эш башланы. Эйе, был юлы “Роспотребнадзор” талаптары буйынса кешеләргә шәхси һаҡланыу костюмдарында эшләргә тура киләсәк. Был турала белеп ҡалған ҡайһы бер кешеләр шул уҡ көндә эштән киткән. Персонал етмәгән саҡта, башҡа учреждениеларҙан хеҙмәткәрҙәр ебәреләсәк. Беҙ хәлде йәшермәйбеҙ. Рәсәйҙең башҡа ошоноң кеүек үк учреждениеларындағы һымаҡ, бөтә сараларға ҡарамай, вирустың инеүе ихтимал. Иң мөһиме – медицина тикшереүен билдәләү һәм, ауырып китһәләр, дауаханаға оҙатыу. Промедта әлегә һөҙөмтәләр юҡ, тестар 100 процент бөтәһенән дә алынды”.
Фото: mintrudrb.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: