Инфекцияға дөйөм иммунитеттың формалашыуы өсөн ауырығандарҙың өс проценттан 10 процентҡа тиклем тәшкил итеүе лә етәсәк, тип раҫлай улар. Бығаса белгестәр бының өсөн кешеләрҙең 60-70 проценты сирҙе үткәрергә тейеш, тип иҫәпләй ине.
“Сирҙең үҫешен һиҙелерлек кәметеү һәм коллектив иммунитет булдырыу өсөн ауырыуҙарҙың 10 процентҡаса тәшкил итеүе лә етә. Элекке вирус таралыуын иҫәпләү алгоритмдары сирҙең барышының ваҡытлы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алманы”, – тигән ҡарашта тикшеренеүселәр.
Уларҙың яңы моделе дүрт төп күрһәткескә таяна: халыҡ һаны, сирленең көнөнә нисә кеше менән бәйләнешкә инеүе, вирусты йоҡтороу ихтималлығы һәм сир оҙайлығы, шулай уҡ иҫкәртеү сараларының тәьҫирлеге.
Фото:
integrativehealtheducation.com