Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Сентябрь 2020, 11:19

Йылылыҡ өсөн бурыстарың юҡмы?

Түләмәүҙәренә ҡарамаҫтан, йылылыҡ биреүҙә сикләүҙәр ҡулланылмаған.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер тема газға бәйле булды. Был йәһәттән предприятиеларҙа бурыстар йыйылған. Тик, шуға ҡарамай, йылылыҡ биреүҙә сикләүҙәр ҡулланылмаған. Был турала вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Республиканың йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларының “Газпром межрегионгаз Өфө” алдындағы бурысы 512 миллион һум тәшкил итә. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 73 миллион һумға кәмерәк. Борис Беляев иң ҙур бурыстары булған туғыҙ ойошма тураһында әйтте һәм түләүҙе йыл аҙағына тиклем бөтөрөүҙең план күрһәткестәре менән таныштырҙы.
“Газпром межрегионгаз Өфө” етәкселеге предприятиеларға ыңғай барып, бурыстарҙың бер өлөшөнөң структураһын үҙгәрткән, әммә йылылыҡ миҙгеле башланыу менән хәлдең тағы бер ни тиклем хөртәйеүе ихтимал. Эш шунда, халыҡтың йылылыҡ өсөн сентябрҙәге түләүҙәре октябрҙең икенсе яртыһында ғына барып етәсәк. Министрлыҡ ҡатнашлығында йылы биреүсе предприятиелар йыл аҙағына тиклем бурыстарын ҡаплау графигын эшләгән. 2021 йылдың 1 ғинуарына бурыстарҙы 168,6 миллион һумға тиклем кәметергә уйлайҙар. Борис Беляев белдереүенсә, бурыстарҙы ябыу буйынса министрлыҡ “Газпром межрегионгаз Өфө” менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Төбәк етәксеһе республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр кимәле тураһындағы мәғлүмәтте һорашты. Министр белдереүенсә, ул 97,5 процент тәшкил итә һәм йыл аҙағына тиклем 98-98,5 процентҡа тиклем еткереү көтөлә.
– Бының бик юғары күрһәткес булыуын аңлайһығыҙ бит? Беҙҙең кешеләр был йәһәттән дисциплиналы. Беҙҙең бурыс – уны юғалтмаҫҡа. Мин коронавирус осоронда кешеләр түләүҙән туҡтар тип ҡурҡа инем. Нисек кенә булмаһын, түләргә кәрәк, халыҡ бит был ресурстар менән файҙалана. Йыйылған аҡсалар адресаттарына тиклем барып етеүен иғтибар менән тикшеререгә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Yilili--s-n-buristari-yu-mi-464324/
Читайте нас: