Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Сентябрь 2020, 12:00

"Ҡабаҡ"та ниндәй үҙгәрештәр бар?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Ҡырмыҫҡалы районында “Демография” милли проектына ярашлы һалынған “Ҡабаҡ” балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡараны.

Майҙансыҡта эш барышындағы үҙгәрештәр тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, объект төҙөлөшө графиктан артта ҡалып бара ине. Бер аҙна эсендә бында һиҙелерлек үҙгәрештәр булған: эшселәр һаны 28-гә тиклем артҡан, өс берәмек техника йәлеп ителгән. Күп кенә материалдар, тәҙрә конструкциялары келәттә үҙ ваҡытын көтә. Эш графигына ла төҙәтмә индерелгән. Беренсе ҡатты бүлгәс, эске биҙәү эшенә, электр үткәреүгә тотонмаҡсылар.
– Балалар баҡсаларын ваҡытында сафҡа индереү зарур. Ҡорамалдар һатып алыуҙы ла тиҙләтергә кәрәк. Һалҡындар башланғанға тиклем блоклы ҡаҙанлыҡтың эшләй башлауы мөһим. Ошондай мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү өсөн махсус ватсап-чаттар астыҡ. Уларҙа Хөкүмәт, заказсы, подрядсы, төбәк проект офисы вәкилдәре ҡатнаша. Был тәүлек әйләнәһенә онлайн тәртибендә хәлде күҙәтеү мөмкинлеген бирә, – тине Илшат Тажетдинов.
Башҡортостанда “Демография” милли проекты нигеҙендә 3228 урынлыҡ 22 балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Фото: building.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас: