Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Август 2020, 11:55

Башланды: Сибайҙа - инвестһабантуй!

Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2020” II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Уның ойоштороусылары- Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ төп эшҡыуарлыҡ берекмәләре.

Эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек биреү, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса сит ил тәжрибәһен уртаҡлашыу, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланасаҡ, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар ҡатнаша. Шулай уҡ эшлекле сарала ҡатнашыусыларҙы фекер алышыу майҙансыҡтары ғына түгел, халҡыбыҙҙың милли кәсептәрен, шөғөлдәрен күрһәтеүсе төрлө күргәҙмәләр, алтын ҡуллы оҫталарҙың үҙҙәре эшләгән әйберҙәре, мәҙәни һәм күңел асыу программалары көтә. Кисен Үҙәк майҙанда "Ирәндек моңдары" конкурсының еңеүсеһенә - автомобиль асҡысы тапшырыласаҡ.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/417026
Читайте нас: