Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Август 2020, 18:15

Башҡортостан "БСК"ның артабанғы яҙмышын үҙ ҡулына алырға әҙер

Башҡортостан Республикаһы “Башҡортостан сода компанияһы” акцияларының контроль пакетын үҙенә алырға һәм предприятиеның артабанғы үҫеш стратегияһын үҙаллы билдәләргә йыйына. Был турала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында белдерҙе.

– Беҙҙең республикабыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн бик мөһим булған предприятие бар. Ул үҫешергә тейеш, унда бер нисә мең кеше эшләй. Сеймал базаһына бәйле ҡатмарлы хәлдәр шарттарында был етештереү менән нимә эшләргә, уны нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында әүҙемерәк уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Республика, компанияның 38 процент акцияларын тотҡан акционер булараҡ “сеймал базаһы юҡ икән – предприятие ла юҡ” тигән позиция яҡлы була аламай. Был осраҡта дәүләт үҙ ярҙамын күрһәтеп, “БСК”-ның артабанғы үҫеше өсөн яуаплылыҡ алырға тейеш. Беҙҙә бындай тәжрибә бар. Шуға күрә тәҡдимдең мәғәнәһе ябай: контроль пакет республикала булһын өсөн, акцияларҙың тағы бер өлөшөн алыу мөмкинлеген ҡарарға. Был беҙгә компанияның артабанғы үҫеш стратегияһын билдәләү мөмкинлеген бирәсәк. Беҙ был хәл буйынса тәрәнерәк эшләйәсәкбеҙ һәм артабан алға хәрәкәт итәсәкбеҙ. Был – беҙҙең өсөн бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы кешеләр менән әүҙемерәк эшләргә, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын аңларға кәрәклегенә баҫым яһаны. Был үткән ялдарҙа Ҡуштау шиханындағы хәлдәрҙе башҡаса булдырмау өсөн дә бик кәрәк.
– Иң мөһиме, беҙ республикала кешеләр менән аралашырға өйрәнәбеҙ, сөнки халыҡ менән кәңәшләшмәй тороп, уларҙың ваҡиғаларға ҡарашын белмәйенсә ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итеү дөрөҫ түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ҡуштауҙағы һуңғы ваҡиғалар беҙҙе уйландырҙы, кешеләр менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк тигән фекергә килтерҙе. Алда бөтәбеҙҙе лә еңел булмаған йылдар көтә, беҙгә бер яҡтан иҡтисадты үҫтерергә кәрәк, икенсе яҡтан кешеләрҙең үҙ биләмәһендә теге йәки был предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүен теләмәүе менән осрашырға тура киләсәк. Бының өсөн беҙгә аҡыл менән эш итергә, бындай эштәрҙе һәм һөйләшеүҙәрҙе алып барыу тәжрибәһе тупларға кәрәк буласаҡ. Минеңсә, беҙ бында дөрөҫ баланс таба алырбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/418002
Читайте нас в