Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Август 2020, 12:35

Бер юлы ике кешене ҡотҡарған!

Белорет ҡалаһындағы спорт мәктәбе тренеры Ағиҙел йылғаһында бер ирҙе һәм уның биш йәшлек улын ҡотҡара. Улар Магнитогорск ҡалаһынан килеп, һыу инеп йөрөгән булғандар. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә.

Улар һыу инеп йөрөгән, көтмәгәндә ағынға эләгеп, бата башлайҙар. Тренер егет был мәлдә балыҡ ҡармаҡлаған булған. Тәүҙә береһен генә ҡотҡарып булыр тип, баланы һыу өҫтөнә сығара, шулай ҙа нисектер иҫтән яҙған ирҙе лә эләктереп, ярҙам килгәнсе тотоп торорға хәленән килә. Ярҙа батыусыларҙы яһалма тын алдырып, икеһенең дә ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Был хәлде егеттең коллегаһынан ишетеп беләләр, батыр үҙе исемен белдерергә теләмәгән.
"Оло ихтирамға лайыҡ грек-рим көрәше буйынса тренер республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙарҙа призерҙар тәрбиәләүсе! Ысын ир-егет. Рәхмәт уға!" - ти Андрей Иванюта.
Фото: Polyclinic.by
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/408730
Читайте нас: