Эльнара Шаймарҙанова: Юнеско мәғлүмәттәре буйынса донъяла юҡҡа сығыусы телдәр арта. Был хәл борсоуға һалмай ҡалмай. Ошо хәүеф башҡорт теленә лә янамаймы?
Илмира Ғәлиәхмәтова: Ысынлап та, глобализация процесы беҙгә лә ҡағылмай ҡалмай. Донъя үҙгәрә. Телебеҙҙе һаҡлау буйынса етди эш алып бармаһаҡ, уға, әлбиттә, хәүеф янай. Тел ҡурҡыныс аҫтында, тип уйлайым, сөнки хәҙер хатта башҡорт ауылдарында ла балаларҙың теле рус телендә асыла. Шуға ла беҙ ҡулдан килгәнде эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте шул тиклем бай. Киләсәктә уның алтын фондын тәшкил итеүсе хазинаға тиң әҫәрҙәрҙе уҡыусы булмаһа, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ.
Эльнара Шаймарҙанова: Телдәрҙе өйрәнеү мәктәптәрҙә нисек ойошторола һуң?
Нәргизә Закирова: Районда башҡорт, татар, сыуаш, мордва, рус телдәре туған телдәр булараҡ уҡытыла. Башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар иң күбе. Ә башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә, мәҫәлән, Бишауыл-Уңғарҙа, Иҫке Бәпестә, башҡорт теле дүртәр сәғәт уҡытыла.
Мин иһә башҡорт теленә генә түгел, күп телдәргә бөтөү янай, тип уйлайым. Был проблеманан сығыуҙың берҙән-бер дөрөҫ юлы - өйҙә фәҡәт туған телдә һөйләшеү. Шул ваҡытта ғына телебеҙ йәшәйәсәк, киләсәк быуынға тапшырыласаҡ. Беҙ ирем менән үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ, балаларыбыҙға ла үҙ телебеҙҙә өндәшәбеҙ.
Эльнара Шаймарҙанова: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таныштарым араһында, башҡорт телен өйрәнеү мөһим түгел, ул киләсәктә кәрәкмәй, балалар рус телен, сит телдәрҙе белһәләр, яҡшыраҡ, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә юҡ түгел...
Илмира Ғәлиәхмәтова: Был - артта ҡалған фекер, тип уйлайым. Заманса йәштәр улай уйламай. Киреһенсә, балаларына башҡорт телен өйрәтеүгә яуаплы ҡарашталар. “Һеңлекәш” фильмын күптәр ҡараны. Ундағы төп геройҙы уйнаусы Арыҫлан Ҡрымсурин – ҡала малайы, ә башҡортса шул тиклем матур һөйләшә!
Нәргизә Закирова: Башҡор теленең икенсе планға ҡалыуына мәктәп кенә түгел, телевидение, интернет, йәнһүрәтәр ҙә йоғонто яһай шул. Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр күберәк булһын ине.
Илдар Хәсәнов: Беҙ уҡығанда башҡортса уҡый инек. Шуға ла армияла тәүҙә ауырыраҡ булды. Телдәребеҙ руссаға әйләнмәй ине. Әммә ике йыл эсендә өйрәндек. Әлеге балалар иһә рус телендә йәнһүрәттәр ҡарай, уларға ата-әсә лә русса өндәшеп ҡуя. Шулай итеп улар русса ғына һөйләшә башлайҙар. Беҙ, олатай һәм өләсәйҙәр, үҙ телебеҙҙә өндәшкәс, улар аҙ булһа ла тырышып ҡарай ҙа бит. Ейән русса өндәшһә, аңламағанға һалышырға кәрәк. Шунан улар үҙ телебеҙҙә яуап бирәсәк. Ҡыйыныраҡ булһа ла, тырышырға инде. Ә үҙебеҙҙең балаларға килгәндә, саф башҡортса һөйләшәләр (ҡыҙым 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлаһа ла!) Улар беҙгә “атай”, “әсәй” тип өндәшә. Урал аръяғында йәшәүсе йәштәрҙән өлгө алырға кәрәк. Улар үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙән оялмай.
Илмира Ғәлиәхмәтова: Эйе, ул яҡтарҙағылар туған телгә ҡарата ихтирамлы булыу менән бер рәттән, замандан да арттан ҡалмай. Эшҡыуарлыҡта ла һынатмайҙар, сит телдәрҙе лә өйрәнәләр. Афарин! Тимәк, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең туған телде өйрәнеү үҫешергә ҡамасаулай, тиән фекере дөрөҫ түгел. Бер нисә телде белгән балаларҙың аҡыл даирәһе киңәйә.
Эльнара Шаймарҙанова: Ҡала мөхитендә йәшәп тә, балалары башҡортса һөйләшкән ғаиләләр булыуы һөйөнөслө. Эльмира Ғәлиева ла тормош иптәше менән бергә балаларын башҡорт рухында тәрбиәләй. Ҡала мөхитендә был ауыр түгелме?
Эльмира Ғәлиева: Телде өйрәнеүҙе проблема тип һөйләүегеҙгә аптырап ултырам. Минеңсә, Өфөлә тел мәсьәләһе киҫкен күренмәй. Бәлки, миңә генә шулай тойолалыр. Балаларыбыҙ туған телебеҙҙә һөйләшә. Был бит тәбиғи күренеш. Башҡорт балаһы нисек башҡортса һөйләшмәһен? Чесноковка ҡасабаһында йәшәһәк тә, өс балабыҙҙы ла туған телдә һөйләшһендәр өсөн 1-се кластан уҡ Фатима Мостафина исемендәге гимназияға уҡырға бирҙек. Улар рус телен дә, башҡорт телен дә яҡшы беләләр. Кесе улыбыҙ Урал менән генә әҙерәк проблема булып алды - балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, русса ғына һөйләшергә маташа башланы. Бына шунда йортта көрәш башланды. Башҡорт рухлы аталары: “Өйҙә тик башҡортса һөйләшегеҙ”, – тигән талап ҡуйҙы. Балалар баҡсаһы, тирә-яҡ мөхит йоғонто яһаһа ла, ғаилә бик ҙур роль уйнай. Милләтебеҙҙе юғалтмаҫ өсөн беҙ иң тәүҙә ғаиләлә башҡортса һөйләшергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә рәхәтләнеп туған телебеҙҙә аралашабыҙ, башҡортса гәзит-журналдар уҡыйбыҙ икән, телебеҙҙең киләсәге буласаҡ. Һәр башҡорт үҙ телен яҡларға һәм һаҡларға бурыслы. Быны аманат итеп ҡабул итәйек. Телгә һөйөү ғаиләлә һалына, шул саҡта ғына ул тотороҡло була.
(Дауамын гәзиттән уҡый алаһығыҙ)
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА яҙып алды.