Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Июль 2020, 11:34

Нигеҙһеҙ түләтелгән аҡсаны ҡайтарғандар

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Сара башында Өфөләге парктарҙы һәм Ағиҙелдең яр буйын төҙөкләндереү этаптарын тикшерҙеләр. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында барған эш быйыл көҙ тамамланырға, ә Ағиҙелдең яр буйы 1 авгусҡа баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тулыһынса асылырға тейеш.
2020 йылда Октябрь районында “Ҡашҡаҙан” паркы эшләй башлай. Ҡала власы, 1 сентябрҙә Сипайловола балалар баҡсаһы асыла, тип ышандырҙы. Төбәк етәксеһе биҫтәлә яңы поликлиника төҙөүҙе 2021 йылға түбәнге медицина звеноһын комплекслы үҫтереүҙең республика программаһына индерергә ҡушты. Киләһе ике йылда шулай уҡ Дим районындағы Баланов һәм Үҙәк парктарҙы, Йылы күлен, Инорсты тәртипкә килтереү күҙаллана.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөләге Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау алымдары буйынса фекер алышты.
Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов 2020 йылда “БашРТС” йәмғиәте тарафынан йылылыҡ өсөн түләү хаҡына төҙәтмәләр индереүҙең законлылығын тикшереү һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, биш меңдән ашыу йортта йәшәгәндәргә 2019 йылда нигеҙһеҙ түләтелгән бер миллиард һумдан ашыу аҡсаны кире ҡайтарғандар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, күп фатирлы йорттарҙағы иҫәп-хисап приборҙары мәғлүмәттәрен тапшырыу һәм анализлау буйынса контроль функцияларҙы Республика коммуналь компанияһы башҡарасаҡ.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: