Парад ветеранға килә” акцияһы сиктәрендә үткән сарала район хакимиәте вәкилдәре һәм ветерандың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты. Әйткәндәй, Хажғәле олатай күптән түгел үҙенең 95 йәшен билдәләгән.
Ветеран фронт юлын 214-се уҡсылар дивизияһының 776-сы уҡсылар полкы составында Харьков-Кременчуг йүнәлешендә башлай һәм артабан Беренсе һәм Икенсе Украина фронттарында хеҙмәт итә. Курсинск, Садомир, Яссы-Кишинев операцияларында, Украинаның Полтава, Кременчуг, Каменка, Александрия, Новгород, Знаменка, Кировоград, Новоукраинка, Ананьев, Ольша, Молдавияның Рыбница, Бельцы ҡалаларын фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр, Көньяҡ Буг, Днестр, Висла, Эльба, Влтава йылғаларын кисә. Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияның Прага ҡалаһында ҡаршылай.
Утты-һыуҙы кисеп, йәшәү хаҡына ауыр фронт юлын үткән ветерандың тик бер генә теләге бар: “Донъялар имен торһон, башҡаса бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!”