Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Июнь 2020, 12:25

14 бала алкоголдән ағыуланып үлгән

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы республикала киҫкен химик этиология менән ағыуланыу хәлен анализлаған. Башҡортостан буйынса спиртлы эсемлек менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 1,5 тәшкил иткән. Башҡа йылдарҙағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырға кәмегән.

Алкоголь менән ағыуланғандарҙың үлем осрағы Өфөлә (18 осраҡ), Стәрлетамаҡта (4), Ишембайҙа (2), Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Туймазы, Учалы ҡалаларында берешәр теркәлгән. Райондарға килгәндә, Иглинда алты, Өфөлә биш, Әбйәлил һәм Баҡалы райондарында икешәр осраҡ.

Шуныһы аяныслы, алкоголь менән ағыуланғандар араһында өлкәндәр генә түгел, балалар менән үҫмерҙәр ҙә бар. Бөтәһе 14 кеше. Был статистикаға бер йәшлек бала ингән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Дүртөйлө һәм Өфө райондарында балалар алкоголле эсемлек менән ағыуланған.

Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас: