Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Июнь 2020, 16:23

Республикала юғалған туристар Йүрүҙән йылғаһы буйында табылған

Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 4 кешенән торған төркөм Йүрүҙән йылғаһы буйлап Әтнәш ауылынан Павловка һыу һаҡлағысы яғына аҡҡан.

Эҙләү эштәренә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ йәлеп ителгән. Туристарҙы Йүрүҙән йылғаһы буйында тапҡандар. Улар экстрен хеҙмәттәрҙең ярҙамына мохтаж түгел. Туристар йылға буйлап ағыуын дауам итергә хәл иткән һәм бер аҙнанан ҡайтыуҙары тураһында иҫкәрткән.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәнә бер тапҡыр туристарға походта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн маршруттарҙы теркәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрә. Был әгәр туристар билдәләнгән ваҡытҡа ҡайтып етмәһә, ҡотҡарыусылар эҙләй башлаһын өсөн кәрәк.
"Башинформ" агентлығы.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас: