Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Июнь 2020, 19:30

Хәйбуллала ағастар япраҡһыҙ ҡалған...

Хәйбулла районынан йәмәғәтсе Буранбай Асҡаров социаль селтәрҙә Башҡортостан урмандарының хәүеф аҫтында булыуы хаҡында видеояҙма менән республика Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Әле Хәйбулла районындағы 35 мең гектар һәм Ейәнсурала 50 мең гектар ер ебәк күбәләге һөжүменә тарыған. Был зонаға "Шайтан-тау" тәбиғәт заказнигы ла эләгә.

Ебәк күбәләге 300 төр үҫемлеккә зыян килтерә, шул иҫәптән барлыҡ тиерлек япраҡлы ағастарҙы, ҡайһы бер ылыҫлы ағастарҙы һәм бик күп төр ҡыуаҡтарҙы ашай.

– Беҙ үҙебеҙҙең эште үтәнек. Ырымбур өлкәһенән күршеләр был эшкә тотонмаған, нәҡ унан килә ҡоротҡос. Әле күп эштәр башҡарыу талап ителеүен аңлайбыҙ, шуға ла ярҙам һорап республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттек, – тип белдерҙе Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Ведомствола республиканың көньяҡ райондарындағы урмандарында ебәк күбәләге менән килеп тыуған хәлдең етдилеген таный. Әлегә былтыр асыҡланған зарарлы сығанаҡтарҙың бары 10 проценты ғына эшкәртелгән. “Рослесзащита” федераль бюджет учреждениеһының “Башҡортостан Республикаһы урмандарын һаҡлау үҙәге” филиалы белгестәре үткәргән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, былтыр төбәктә 116,5 мең гектар майҙанда ебәк күбәләге сығанаҡтары асыҡланған, шул иҫәптән Ейәнсура урмансылығында – 59 мең гектарҙа, Йылайыр урмансылығында – 34,4 мең гектарҙа, Хәйбулла урмансылығында – 22,1 мең гектарҙа, Туймазы урмансылығында – бер мең гектарҙа.

Урман хужалығы министрлығы был бөжәктәргә ҡаршы көрәш саралары планы әҙерләгән. Әле “Рослесзащита” учреждениеһы тәҡдиме буйынса “Рослесхоз” комиссияһы ебәк күбәләгенең иң көслө сығанағы булған Ейәнсура урмансылығындағы 10,1 мең гектарҙы эшкәртеүҙе раҫлаған, был эш атҡарылған. Әле уның һөҙөмтәлелеге тикшерелә.

Быйылғы дәүләт мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла һәм башҡа райондарҙа ебәк күбәләген юҡ итеү буйынса саралар планлаштырыласаҡ. Әле был киҫкен хәл “Рослесзащита” федераль бюджет учреждениеһының “Башҡортостан Республикаһы урмандарын һаҡлау үҙәге” филиалы тарафынан күҙәтелә.

Асыҡланыуынса, “Рослесхоз” комиссияһы төбәктә барлыҡҡа килгән ебәк күбәләге сығанаҡтарының 10 процентын эшкәртеүгә генә квота бүлгән. Әлбиттә, сығанаҡтарҙың 100 процентын да эшкәртергә ҡарар ҡабул ителһә, был хәл килеп тыумаҫ ине.

Фото: “ПроУфу” сайтынан.
Читайте нас: