Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Июнь 2020, 12:40

Һыуытҡысҡа ҡуйырғамы, ҡуймаҫҡамы?

Һыуытҡыста һаҡларға: виноград, сейә, бәшмәк, кәбеҫтә, ер еләге, ҡурай еләге, сөгөлдөр, ҡара ҡарағат, күк көртмәле, шпинат, йәшел фасоль.

Һыуытҡыста икенсе йәшелсә һәм емештәрҙән айырым һаҡларға: абрикос, инжир, алма (7 көндән артыҡ тотмаҫҡа).
Кәштәлә, өҫтәлдә һаҡларға: ананас, әфлисун, ҡарбуз, баклажан, грейпфрут, картуф, имбирь, һуған, манго, мандарин, лимон, ҡыяр, борос, хөрмә, һарымһаҡ, ҡабаҡ, ҡауын.
Өҫтәлдә башҡаларҙан айырым: банан, алма, помидор(7 көндән артыҡ тотмаҫҡа).
Кәштәлә өлгөргәнен көтөп, аҙаҡ ҡына һыуытҡысҡа ҡуйырға: киви, груша, персик, нектарин, авокадо.
Йәшел тәмләткес үләндәр үҙ төҫөн оҙаҡ һаҡлаһын өсөн уларҙың төбөн ҡырҡып һыуға ҡуйырға кәрәк.
Ҡайһы бер емеш-еләкте ни өсөн айырым һаҡларға кәрәк һуң? Сөнки бәғзеләре этилен бүлеп сығара. Был газ башҡа емеш-еләк, йәшелсәнең тиҙерәк боҙолоуына килтерә. Уны ыңғай яҡтан да файҙаланырға була. Мәҫәлән, өлгөрмәгән банан янына алма һалырға мөмкин.
Емеш-еләк, йәшелсәләрҙе ҡағыҙ пакеттарҙа, ағас ҡумталарҙа һаҡлауға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: банан менән ҡарбузды һыуытҡыста һаҡламағыҙ! Түбән температурала банандың төҫө ҡарая башлай, ә ҡарбуз, өс көндән артыҡ һыуыҡта тотһаң, тәмен юғалта.
Емеш-еләк, йәшелсәләрҙе йыуып һалмағыҙ. Йыуһағыҙ, мотлаҡ ҡороторға, киптерергә кәрәк.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: