Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Июнь 2020, 18:30

Республикала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын артабан йомшартыу кисектерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был аҙнала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын йомшартыу һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләрен (4-5 сегмент) асыу көтөлмәй.

«Беҙ вахтасыларҙың иркен йөрөүе сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артыуын теркәй башланыҡ», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йәшәүселәр «үҙ һаулығына вайымһыҙ ҡарай», сөнки, уның күҙәтеүҙәре буйынса, Өфө парктарында һәм скверҙарында ҡала халҡының 10% ғына битлек кейә. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренән ошо йүнәлештә эште көсәйтеүҙәрен һораны.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/309949
Читайте нас: