Коронавирустың мәкерле сир икәнлеген бөтәбеҙ ҙә аңланы. Ул бер кемде лә аямай. Бөгөн республиканың ҡайһы бер матбуғат сараларында был инфекция менән Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовта та сирләй башлаған тигән хәбәр таралды. Белдерелеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы әлеге ваҡытта дауаханала ята. Табиптар уны бик иғтибарлап тикшерә һәм ҡарай. Уның хәле ауыр түгел тиелә.
ProUfu баҫмаһы Мортаза Рәхимов менән бәйләнешкә ингән һәм сирләүе тураһында үҙенән һорашҡан. Мортаза Ғөбәйҙулла улы белдереүенсә, ул ысынлап та икенсе көн дауаханала ята, тик COVID унда теркәлмәгән.
Баҡһаң, беренсе президент күреү һәләте буйынса дауалана икән. Унда ОРВИ симптомдары булған өсөн, талаптарға ярашлы, коронавирусҡа ла анализ алғандар. Һөҙөмтә буйынса, унда был инфекция юҡ. Компьютер томографияһы иһә унда пневмония билдәләре булыуын күрһәткән, тик ул үтеп киткән тиерлек.
- Температурам юҡ, үҙемде яҡшы тоям, - тигән Мортаза Ғөбәйҙулла улы телефон аша.