Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Июнь 2020, 18:25

Бөтә донъя менән эҙләнек

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй етеү менән бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәләк булыусылар арта. Был һыуға батыу, бейеклектән осоп төшөү, аварияларҙың һәм янғындарҙың артыуына бәйле. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров улар тураһында һөйләне.

Шулай уҙған аҙнала һыу ятҡылыҡтарында алты кеше батып үлгән. 16 кеше бейеклектән ҡолап төшкән. Уларҙың алтыһы – балалар. Өфөлә унынсы ҡаттан ҡолап төшкән ике йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған.
– Көндәр йылыныу менән балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөү осраҡтары арта. Ата-әсәләр, балаларҙы яңғыҙҙарын өйҙә ҡалдырмағыҙ, был йә уларҙың ҡолауына, йә янғынға килтереүе ихтимал. Шуға күрә яуаплылыҡ ата-әсәләр иңендә, – тине ул.
Янғындарға килгәндә, уҙған аҙнала республикала 304 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 30 кешегә кәмерәк үлгән. Урман янғындары шулай уҡ башланған. Тик былтырғы менән сағыштырғанда алты тапҡырға кәмерәк.
Уҙған аҙнала Салауат районының Урмантау ауылында алты йәшлек бала юғалғайны. Уның яҙмышы өсөн бар республика халҡы борсолдо.
– Кем нисектер, беҙ ике көн буйы был малай өсөн ҡайғырҙыҡ. Кисә ул табылды тип хәбәр иткәс, күңел ҡыуанды. Бөтә донъя менән бергә эҙләнек. Кешеләргә рәхмәт әйтергә кәрәк. “Лиза Алерт”тан ғына 30–лап кеше ҡатнашты, вертолеттар эҙләне, полиция, ҡотҡарыусылар, хакимиәт вәкилдәре, – тине Радий Хәбиров һәм Салауат районы хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итте. – Был ғаиләгә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Унда проблемалар бар, малай башҡа юғалмаһын.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты Алан Мирзаев хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала 72 юл-транспорт аварияһы теркәлгән, уларҙа 89 кеше йәрәхәтләнгән, алты кеше һәләк булған. Былтырғы менән сағыштырғанда бер ни тиклем кәмеү булһа ла, юлдарҙа хәл әле тотороҡло түгел.
Фото: Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/309937
Читайте нас в