Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Июнь 2020, 11:40
Республикала 445 мең бала 10 мең һум аҡса алды
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Пенсия фонды Башҡортостанда йәшәгән 445 099 баланың ата-әсәһе иҫәбенә 4,450 миллиард һумдан ашыу аҡса күсерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2004 йылдың 11 майынан 2017 йылдың 30 июненә тиклем тыуған һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнә.
Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән 296 мең самаһы ғаилә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды.
Күпселек ғаиләләр аҡса алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итте, улар Шәхси кабинетта ғариза статусын күҙәтеп бара ала.
Ғаризаны Пенсия фондына биргән осраҡта, уны ҡарау этабын клиент хеҙмәте телефоны буйынса шылтыратып белергә мөмкин. Пенсия фонды идаралыҡтарының белешмә өсөн телефондары уның
рәсми сайтында
баҫылған.
Ғаризаны ағымдағы йылдың 1 октябренә хәтлем бирергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1457197-445-tysyach-detey-bashkirii-poluchili-nashumevshie-10-tysyach-rubley/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан