Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының консультация үҙәгенә төбәктең төрлө райондарынан һорау биреп шылтыратыусылар һаны күбәйҙе.
Бөтәһе лә алма ағастарында үрсей башлаған ҡаршлауыҡтарҙың исемен аныҡлауҙы һәм уның менән көрәшеү саралары тураһында һораша. Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге агрономдары билдәләүенсә, был ҡаршлауыҡтар нимфалид ғаиләһенә ҡараған күбәләктәрҙеке булып сыҡты. Ҡаршлауыҡтар киләсәктә ниндәй күбәләккә әйләнеүен әйтеүе әлегә мөмкин түгел. Әммә алмағастарҙың япрағына, сәскәләренә ошо бер-ике аҙнала ҙур зыян күрһәтеп өлгөрөүҙәре көн кеүек асыҡ. Шуға зыян күргән баҡсасыларға алмағастарын тиҙ арала дарыуҙар менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ.
Шулай уҡ үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре республика буйынса үткәргән күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса ебәк күбәләгенең ҡаршлауыҡтары сығыуын да билдәләй. Был ҡарышлауыҡтар баҡсаларҙа һәм парктарҙа үҫкән алма, слива ағастарына, урмандарҙа иһә имән, ҡайын, тал һәм башҡа ағастарға зыян килетрә.
Был күбәләк аҡһыл-һары, аҡһыл-көрән төҫтә. Инәләре төндә бер йыллыҡ йәш ботаҡтарҙы бөрә-бөрә йомортҡа һала. Һауа температураһы 11 градустан артып, ағас япраҡтары саҡ ҡына ҙурайыу менән ҡаршлауыҡтар йомортҡанан сыға. Ғәҙәттә, төнөн туҡланалар. Май аҙағында ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Әгәр баҡсағыҙға бындай ҡунаҡ ҡунаҡлаһа, инсектицидтар менән эшкәртегеҙ. Йомортҡалар һалынған ботаҡтарҙы киҫеп, яндырығыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.