“Һеҙҙең ауыр хеҙмәттән ныҡ арығанлығығыҙҙы яҡшы аңлайым. Бик ҙур хеҙмәт күрһәттегеҙ, ике йөҙ меңгә яҡын кеше һеҙҙең ҡулдан ярҙам алды. Әгәр ҙә беҙ был мөһим эште туҡтатһаҡ, хәлдең ҡатмарланыуы мөмкин”, – тип, ул тиҙлекте һүлпәнәйтмәүҙе, июнгә тиклем эште әлегеләй дауам итеүҙе һораны.
Фекер алышыуҙа Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы советы рәйесе Артем Метелев, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан илдәре ирекмәндәре ҡатнашты. Республика етәксеһе эпидемияның барыбыҙ өсөн ныҡлыҡҡа һынау булыуын һәм ирекмәндәр хәрәкәтенең уны лайыҡлы үтеүен билдәләп, ярҙам күрһәтеүселәрҙең дә һаулығын юғалтыу осраҡтары булыуы тураһында әйтте.
Яҡшы хәбәр ҙә яңғыраны – ирекмәндәрҙең үҙ “ҡыйығы” буласаҡ! Радий Хәбиров был эштең хәл ителә башлауын белдерҙе.
Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы педиатры коронавирус йоҡторған балаларҙы дауалау, ирекмән булараҡ ниндәй ярҙам сараһында ҡатнашыуын һөйләне. Автосалон етәкселәренең нисек ирекмән булып китеүҙәрен, хеҙмәткәрҙәрен юғалтмау өсөн ниндәй көс һалыуҙарын һөйләп, Андрей Шмергельский республика етәксеһенә ирекмәндәр хәрәкәтенә яҡшы баһа биргәне өсөн рәхмәт әйтте.
Йылылыҡ бөркөлөп торған асыҡ һөйләшеүҙә үҙ фекерен белдереүселәр байтаҡ булды. Шулай ҙа иң мөһим һүҙҙе республика етәксеһенән ишеттек. Ирекмәндәрҙең хоҡуҡтарын нығытыу, уларҙың сәләмәтлеген, ғүмерен страховкалау мәсьәләһен күтәреп сыҡты ул. Осрашыуҙа яңғыраған тағы бер тәҡдим менән дә бүлешәһе килә – киләһе йылды ирекмәндәргә йәки табиптарға, ҡыҫҡаса әйткәндә, ниндәйҙер изге эшкә арнау кәрәклеге яңғыраны.
Тағы бер шәп яңылыҡ – Өфөлә Евразия ирекмәндәр форумы уҙғарыласаҡ.
“Август-сентябрҙә Өфөлә бөтә Евразия киңлеге илдәренән делегациялар ҡатнашлығында ирекмәндәрҙең форумын йәки слетын үткәрәйек, – тине республика Башлығы. – Йәштәр тәжрибә уртаҡлашһын, әңгәмәләшһен, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Иманым камил, беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр етерлек!”