Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Май 2020, 19:20

Башҡортостанда коронавирус йөрөткән сирлеләр 2 335-кә еткән

20 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 2 335 осрағы асыҡланған. Тәүлек эсендә улар 88-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Әлеге ваҡытта республикала сирлеләр — 1 603 кеше, һауыҡҡандар — 714, яңы коронавирус инфекцияһынан үлеүҙең яңы осрағы теркәлгән (бөтә осорҙа 18 кеше).
Рәсәйҙә тәүлек эсендә коронавирустан дауаланып сыҡҡандар һаны тәүге тапҡыр ауырыуҙар һанынан артҡан. Һуңғы тәүлектә 84 төбәктә 8 764 яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта 9 262 кеше һауыҡҡан. Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 308 705 сирле асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар 85 392-кә еткән.
Шулай уҡ бер тәүлектә 135 үлем осрағы теркәлгән. Бөтә осорҙа Рәсәйҙә 2 972 кеше коронавирустан вафат булған.
Читайте нас: