Даирә
+16 °С
Дождь

Мәсеттә өмә үтте

Беҙҙең Үрге Төкөн ауылы халҡы берҙәм. Улар һәр эште кәңәшләшеп башҡара, бер өмәнән дә ситтә ҡалмай, һәр береһенә дәррәү сығалар.

Мәсеттә өмә үттеМәсеттә өмә үтте
Мәсеттә өмә үтте

Мәсеткә лә бик иғтибарлылар, йылына бер нисә тапҡыр бында өмә үткәреп, эсен йыуып, ихатаһын сүп үләндәренән арындырып торалар.
Был юлы ла ауылдың уңған ҡатын-­ҡыҙҙары “Миңнулла” мәсетендә өмә ойош­тороп, түшәмен, стенаһын, тәҙрәләрен, иҙәндәрен, селтәрҙәрен, балаҫтарын йыуҙы, аш бүлмәһен, ишек алдын таҙартты.
Ике-өс сәғәт эсендә Иман йортоноң эсе ялт итеп ҡалды. Мәсетте ҡарап, тәрбиәләп тотһаң, сауап яҙыла. Был изге эштә Дания Ғәҙелшина, Фирҙәүсә һәм Әлфиә Көҫәпҡоловалар, Гүзәл Йомағолова, Гөлсәсәк Ҡолғолдина, Айгөл Хәмитова, Гөлнара Сәлимгәрәева, Эльмира Ғүмәрова, Рәмилә Моратова, Фәүзәнә Бикҡужина, Рәмзиә Саньярова, Рәмзиә Һөйөндөкова ҡатнаштылар. Ғөмүмән, һәр бер ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙҙы яҙып үткем килә. Дамир Хәсәнов мәсеткә төнлөктәр эшләне, бәҙрәф яһап ҡуйҙы, Рифҡәт Йомағолов, Динар Хөсәйенов, Фәрит Хәлимов, Рим Моратов мәсеттең ихатаһының сүп үләндәрен сапты. Айырыуса ал-ял белмәйенсә мәсет өсөн янып йәшәгән Миңнислам ағайға ҙур рәхмәт.
Аллаһы Тәғәлә йәндәребеҙгә тыныслыҡ, тәндәребеҙгә һаулыҡ, күңелдәребеҙгә иман байлығы биреп, хәйерле, бәрәкәтле, имен тормоштар насип итһен.
Эш тамамланғас, өмәселәр бергәләшеп сәй эсте һәм өҫтәл артында илгә тыныслыҡ, именлек, татыулыҡ теләп, доғалар ҡылды. Изге эш ҡылыусыларға ике донъяның рәхәте насип булһын.
Эльвира Хәлимова.
Үрге Төкөн ауылы.

Автор:
Читайте нас