

Ауылыбыҙҙа, Аллаһҡа шөкөр, мәсетебеҙ гөрләп эшләй. Йома намаҙына бик күп яҡташтарым йыйыла, дини байрамдар ауылдаштарым көсө менән йәмле итеп ойошторола.
Күптән түгел барлыҡ ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ мәсетебеҙҙе ремонтлау өсөн дәррәү генә аҡса йыйып алды. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, арыу ғына сумма йыйылды. Дини йортобоҙҙоң манараһынан һыу үтә ине, шуға күрә ошо йыйылған аҡсаға тиҙ арала кәрәкле материалдар һатып алып, аталы-уллы Мөхөтдин һәм Вәзих Бикҡужиндар ике-өс көн эсендә манараны йүнәтеп тә ҡуйҙылар. Шулай уҡ уларға ярҙамға Фларит Йомағолов менән Рим Моратов килде. Шундай изге күңелле ауылдаштарыбыҙ булыуына ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Ҡалған аҡсаға ауылыбыҙ зыяратындағы бәләкәй генә йортҡа төкәтмә эшләргә планлаштырабыҙ.
Клубы һәм мәсете булған ауыл бөтмәй ул. Шуға күңелебеҙ тыныс. Ауылыбыҙ мәсетен етәкләгән имам-хатип Миңнислам Моратовҡа ла рәхмәтлебеҙ. Аҡсалата һәм ремонт эшендә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла Аллаһы Тәғәләнең сауаптары насип булһын! Амин!
Эльвира ХӘЛИМОВА.
Үрге Төкөн ауылы.