Даирә
+18 °С
Облачно

Мәсет төҙөү йәннәттә һарай төҙөүгә тиң!

Константиновка ауылында бик күркәм һәм мөһабәт иман йорто асылды. "Әл-Ислам" мәсете эшҡыуарҙар Альберт һәм Әлфрит Исламовтарҙың көсө һәм тырышлығы менән ун ай эсендә ҡалҡып сыҡты.

Мәсет төҙөү йәннәттә һарай төҙөүгә тиң!Мәсет төҙөү йәннәттә һарай төҙөүгә тиң!
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай төҙөүгә тиң!
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа улы Тажетдин, муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Илдар Латипов, райондың имам-мөхтәсибе Ирек Әбүталипов, имамдар һәм тирә-яҡ ауылдарҙан бик күп халыҡ килде.

"Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң! Изге йортто төҙөтөүселәргә, матди ярҙам күрһәтеүселәргә, бөгөнгө сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Республикабыҙҙа 1600 мәсет бар, улар араһына һеҙҙең дә мәсет инде. Иң мөһиме - мәсеттәребеҙ буш тормаһын, уларҙа аҙан тауыштары яңғыраһын, халыҡ өҙөлмәһен, - тине Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин.

Ул Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратынан мәсет төҙөү инициаторҙарына һәм төп бағыусыларына ағалы-ҡустылы Альберт һәм Әлфрит Исламовтарға "Иман һәм намыҫ" ордендарын, шулай уҡ был изге эштә ҡатнашҡан район халҡына Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
 
- Ысынлап та, бөгөн ҙур байрам. Яҡташтарыбыҙҙың тыуған төйәктәрен онотмауҙары, уны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыуҙары ҡыуаныслы. Яңы мәсет буш булмаҫҡа тейеш, ошо изге урында ысын ислам йолаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы һәм мосолман йолалары уҙғарылһын ине. Мәсет ауыл халҡына тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Уға нигеҙ һалыусыларға, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүсе һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - тине Илдар Рәүеф улы һәм мәсетте төҙөүгә үҙ өлөшөн инедереүселәргә муниципаль район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бинаның архитектура проектын шәхси эшҡыуар - төҙөлөш ойошмалары етәксеһе Альберт Исламов үҙе эшләй. Мәсеткә ике яҡтан да инергә мөмкин: ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иркен ғибәҙәт залдары, белем биреү дәрестәре өсөн айырым бүлмәләр һәм тәһәрәтнәмә, көмбәҙ, манара һәм орнаменттар мәсетте иҫ киткес күркәм яһай. Уның биләмәһе шул тиклем уңайлы, һәм төҙөк, ҡаршыла ғына ағас-ҡыуаҡлыҡтар, күл йәйрәп ята, мәсеткә тирә-яҡтарҙан да килеүселәр өҙөлмәҫенә шик юҡ. Ағалы-ҡустылы Исламовтар әйтеүенсә, яңы дини объектҡа дөйөм алғанда егерме миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Иман йортон төҙөүгә райондың эшҡыуарҙары һәм ябай халыҡ та матди ярҙам индергән.
 
- Ауылда мәсет төҙөлөү ҙур шатлыҡ. Уны төҙөүҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар килеп тыуманы. Ошо ауылда тыуып үҫеп, сит тарафта йәшәп ҡайтҡас, үҙемдән һуң балаларыма, ейәндәремә бер эҙ ҡалдыраһы килде һәм мәсет төҙөү уйы барлыҡҡа килде. Ысын күңелдән, йөрәктән атҡарылып сығарылды был эш. Һәр кем ярҙам ҡулы һуҙҙы. Кәңәшләшеп, “Әл-Ислам” исемен һайланыҡ. Барлыҡ халыҡҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Был йорт һәммәбеҙ өсөн дә бик кәрәк: балаларыбыҙ иман юлына баҫыр, яңы өйләнешкән парҙарға никахтар уҡылыр, шулай уҡ яңы тыуған балаларға исем ҡушылыр, - тине Альберт Мөхәммәт улы.
Мәсеттең имам-хатибы итеп райондың имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүтәлиповтың ярҙамсыларының береһе Ғәлинур Туғылбаев тәғәйенләнде. Ул йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, халыҡҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Тантаналы саранан һуң ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсеткә инеп, намаҙ уҡынылар, ил-көндәрҙең тыныслығын һорап доға ҡылдылар. Барыһы ла үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, изге йортҡа алып килгән күстәнәстәрен тапшырҙы һәм хәйер саҙаҡаһы һалды. Изге ниәт менән уҙғарылған тантанала йола буйынса байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды. Халыҡ усаҡта бешкән тәмле былау һәм үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәр менән сәй табынында һыйланды.
Байрамда Исламовтарҙың 87 йәшлек әсәһе Зөбәйҙә Ямалетдин ҡыҙы ла бар ине.
- Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндө күреүемә бик шатмын. Мин Алайғыр ауылы ҡыҙы ошо ауылға Мөхәммәт Мансур улының ғаиләһенә килен булып төштөм. Биш балам да ошонда тыуҙы. Байтаҡ йылдар ситтә йөрөп ҡайтҡандаң һуң тыуған тупраҡ үҙенә тартты. Ошонда ҡайтып төпләндек. Улдарымдың изге эшен хуплайым. Хоҙай Тәғәлә ҡабул итһен, атайҙарының рухы шат булһын, - тип уртаҡлашты Зөбәйҙә Ямалетдин ҡыҙы.

Мәсет кеше менән йәнле. Мәсеттәр - Аллаһ йорттары, уларҙың йәме лә, йәне лә - йәмәғәт, Аллаһ бойорһа, мәсеттән кеше өҙөлмәҫ, 
ауылда аҙан тауыштары яңғырап торор.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас