

Тантана райондың имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталиповтың Ҡөрьән сүрәләрен уҡыуы менән башланды. Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға район башлығы Әлфир Сабиров, Шайморатов ауылының имамы Әфҡәт Ниғмәтуллин, тирә-яҡтарҙа ғүмер итеүсе ауылдаштар, күрше ауылдар халҡы килде. Иҫтәлекле ваҡиғала мәсет төҙөлөшөнөң төп иғәнәсеһе Нил Ғәлимйән улы Хәмитов ҡатнашты.
Ҡунаҡтар сығыш яһап, мәсеткә халыҡтың эҙе һыуынмаһын, манараһынан һәр ваҡыт аҙан тауышы ишетелеп торһон, тигән теләктәрен еткерҙе, ә изге күңелле Нил Ғәлимйән улына ҙур рәхмәт белдерҙеләр, уға Ҡөрьән китабы һәм Рәхмәт хаты тапшырҙылар.
- Мәсет – дөрөҫ итеп йәшәргә саҡырыусы изге урын. 2006 йылда Шайморатовта мәсет һалдырҙым, аҙаҡ уға реконструкция эшләттем. Тыуған ауылымда ла мәсет төҙөтөү тынғылыҡ бирмәне, 2010 йылдарҙа ныҡлап уйлай башланым. Былтыр эш башланғайны, бына теүәлләнде. Алла бирһә, мәсет манараһынан мөҡәддәс аҙан яңғырап торор, - тине Нил Хәмитов.
Тантаналы өлөштән һуң ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар барлыҡ уңайлыҡтары булған изге йорт эсенә инеп, намаҙ уҡыны, ил-көндәрҙең тыныслығын һорап доға ҡылды. Артабан байрамға килеүселәр мул табын артында һыйланды, ҡорбан ашынан ауыҙ итте.
Ҡорбан көндө мәсет асыу – ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрам булды. Уның программаһы үҙенсәлекле ине. Был иҫтәлекле көндө мәсет эргәһендә баш ҡаланан килгән билдәле артистар - Асия Смаҡова, Иҙрис Кәлимуллин, Салауат Әҡсәнов, Гүзәл Кәлимуллина, Илдар Ғәлинуровтар халыҡты икеләтә байрам менән тәбрикәләп, сығыш яһаны.
Нил Хәмитов бер ваҡытта ла үҙенең тыуған яғын онотмай, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙып тора. Легендар полководец Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған Шайморатов ауылында ла ул мәсет төҙөткән була, ата-әсәһенә бағышлап, уға “Ғәлимйән һәм Ғәтиә” исеме биргән.
Бына хәҙер тыуған Варшавка ауылында уның тарафынан күркәм мәсет барлыҡҡа килде. Иман йорто шул тиклем күңел биреп эшләнелгән, уның тышы ла, эсе лә матур, яҡты, йылылыҡ бөркөлөп тора.
Тантана тамамланғас, ҡатнашыусылар күңелдәрендә тыуған хистәре менән уртаҡлашты.
- Ауылыбыҙ бөхтә, матур, уны мәсет тағы ла йәмлерәк итте. Заманса, бейек манаралы күркәм мәсет ауылға нур һәм йәм биреп, балҡып тора. Бында мәсет барлыҡҡа килеүенә ныҡ һөйөнәм. Дини байрам көндө нур өҫтөнә нур булды. Мәсетте минең класташым, балалыҡ һәм ғүмерлек дуҫым Нил Хәмитов төҙөүенә бик һөйөнәм. Ул иман нуры һибеп, кешеләрҙе дингә тартып торор, тип ышанам, - тип ауылдашы менән ғорурланыуын белдерҙе Ҡырмыҫҡалы ауылынан Венер Батталов.
Алыҫтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа маяҡ булып, ауылға ҡот һәм илаһи моң өҫтәһен!
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.