Аллаһы Тәғәлә фани донъяны һынау майҙаны иткәнгә күрә кешенең хәле бер хәлдән икенсе хәлгә үҙгәреп тора. Йәннәткә ингән мөьмин-мосолмандар ғына тик рәхәтлектә, ләззәттә мәңге йәшәйәсәк.
Ауырлыҡ, ҡыйынлыҡ килгән саҡта, күңел төшкәндә иһә мосолман кеше был донъяның ваҡытлыса ғына икәнен иҫенә төшөрөргә тейеш. Бындай осраҡта ошондай доғаны ҡылырға мөмкин:
Күңелгә ҡыйын булғанда уҡығыҙ
«Аллаһүммә инни әғүүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзәни, үәл -джүбни үәл-бухли. Үә әғүүҙү бикә мин ғаләбәтид-дәйни үә ҡаһрир-риджәл».
Мәғәнәһе:
«Эй Аллаһым (мине баҫҡан) бәләнән һәм бойоғоуҙан, ҡурҡаҡлыҡтан һәм һаранлыҡтан, түләй алмаҫлыҡ бурыстан һәм бурыслы ҡалыуҙан Үҙеңә һыйынамын».
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.