Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
27 Ноябрь 2025, 09:30

Ихлас теләһәң, Аллаһ барыһын да бирер!

Аллаһтан көн һайын ошоларҙы һорағыҙ  

Ихлас теләһәң, Аллаһ барыһын да бирер!
Ихлас теләһәң, Аллаһ барыһын да бирер!

Йә Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан, ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән, насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән, хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән, ҡабул ителмәгән доғанан, ҡаты күңелдән, туймай торған нәфестән, ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән, кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан, ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.

 

Йә Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!

 

Иманлы булайыҡ төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас