Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
17 Ноябрь 2025, 09:08

ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘ БОЙОРОҠТАРЫ

Атаның балаларына ҡалырлыҡ иң бөйөк мираҫы - гүзәл тәрбиә.

ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘ БОЙОРОҠТАРЫ
ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘ БОЙОРОҠТАРЫ

Балаларығыҙ менән инсафлы мөнәсәбәттә булығыҙ һәм уларҙы яҡшы тәрбиәләгеҙ.

 

Һаҡ булығыҙ: ҡыҙ балаларығыҙҙы хурлауҙан һаҡлағыҙ.

 

Бала - Йәннәт ниғмәттәренең береһелер.

 

Йәннәттә рәхәт тын алырлыҡ һәм һөйөнөс менән тулы шундай бер ер барҙыр, унда тик балаларын һөйөндөргәндәр генә керә алырҙар.

 

Балаларығыҙ һеҙгә Аллаһтың иң гүзәл бүләгелер. Тимәк, уларҙы хәрәм ризыҡ менән туҡландырмағыҙ.

 

Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм балаларығыҙ хаҡына шәфҡәт менән ғәҙеллектән айырылмағыҙ.

 

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-11-14/p-y-mb-rebe-boyoro-tary-4467757

 

Автор:
Читайте нас