Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
14 Ноябрь 2025, 15:26

Йөрәк тәнгә йоғонто яһай

Әгәр йөрәк төҙәтелһә, тән ағзалары ла төҙәлер, һәм улар...

Йөрәк тәнгә йоғонто яһай
Йөрәк тәнгә йоғонто яһай
Шәйех Ғәбдуллаһ ибн Хумәид (рәхимәһуллаһ) әйткән: «Әгәр йөрәк төҙәтелһә, тән ағзалары ла төҙәлер, һәм улар Аллаһ йөрәккә ни бойорһа, шуны үтәрҙәр, ни тыйһа — шунан тыйылырҙар. Әммә йөрәк боҙолһа, тән ағзалары ла боҙола, сөнки улар барыһы ла йөрәктең бойороғона буйһына. Күҙ, ҡолаҡ, ҡулдар, аяҡтар — барыһы ла йөрәктең йоғонтоһо аҫтында».
Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръәндә әйтә:
يَعْلَمُ خَائِنَةَ الْأَعْيُنِ وَمَا تُخْفِي الصُّدُورُ
«Аллаһ хыянатлы ҡараштарҙы ла, күңелдәрҙә йәшеренгән нәмәләрҙе лә белә». (Ҡөрьән 40:19)
 
Риәүәт ителә: Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Аллаһҡа доға ҡылған саҡта йыш әйтә торған:
/«Аллаһуммә, инни әс-әлүкә ҡәлбән сәлимән!»/
Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ, Мин Һинән сәләмәт йөрәк һорайым!»
 
🔻Имам ән-Нәүәүи әйткән: «Йөрәктең сәләмәт булыуы – уның күңел сирҙәренән, мәҫәлән, нәфрәт, асыу, көнләшеү, һаранлыҡ, тәкәбберлек, башҡаларҙан көлөү, рия (кеше алдында изге булып күренергә теләү), данға ынтылыу, мәкерлелек, ҡомһоҙлоҡ кеүек сифаттарҙан таҙартыу аша ғына була».
 
Ибн Рәжәб әйткән: «Сәләмәт йөрәк — ул сирҙәрҙән һәм яман сифаттарҙан азат йөрәк. Унда Аллаһты яратыу, Унан ҡурҡыу һәм Унан алыҫлаштырған нәмәнән ҡурҡыуҙан башҡа тойғо юҡ».

 

Автор:
Читайте нас