Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
14 Ноябрь 2025, 15:33

Һәр көн иртән ошо доғаны уҡырға тейеш

Был донъяла һәр кем бәхетле булырға ынтыла. Һәр беребеҙҙең ҡайғы-хәсрәтһеҙ, шатлыҡлы көндәр кисергеhе килә...

Һәр көн иртән ошо доғаны уҡырға тейеш
Һәр көн иртән ошо доғаны уҡырға тейеш

Башлаған һәр эшең уңышҡа килтерhен, атлаған аҙымың хәйерле булhын тип, мосолмандар ошо маҡсат менән доғалар уҡый. Сөнки мөъминдәр өсөн эштең уңышлы тамамланыуы ғына түгел, уның һөҙөмтәһе хәйерле булыуы һәм Аллаһтың рәхмәтенә ирештереүе лә мөһим.
Нимә булһа ла эшләргә ниәтләһәк, Аллаһтан ярҙам һорап, Уға тәүәккәл ҡылhаҡ, һис шикhеҙ, эштәребеҙ уңыр. Сөнки мосолмандың иң тәъҫирле ҡоралы — доға.
________________________________________
Көн дә кәрәкле доғалар араһында именлек доғалары лайыҡлы урында. Дин белгестәренең фекеренсә, бөтә күңеле менән Аллаһҡа ышанған кеше һәр көн иртән ошо доғаны уҡырға тейеш: "Аллаһуммә инни әсъәлүкә хайра мә фи һәҙәл йәум вә хайра мә бәғдәһү вә әғүүҙү бикә мин шәрри мә фи һәҙәл йәум вә шәрри мә бәғдәһү".
Уның мәғәнәһе: "Эй, Раббым, мин Һинән ошо көндөң изгелектәрен һорайым. Был көндә буласаҡ бөтә бәлә-ҡазаларҙан мине ҡотҡарһаң ине. Бар булған боҙоҡлоҡтан, зарарҙан мине һаҡлаһаң ине. Был көндә генә түгел, башҡа ваҡытта ла миңә барса изгелектәреңде ирештерһәң ине. Бөгөн һәм башҡа көндәрҙә лә мине бәлә-ҡазанан һаҡлаһаң ине".
Ошо доғаны Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.г.в.) һәр көн ҡылған. "Бисмиллаһи, тәүәккәлтү ғәләәллаһи үә лә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләһ".
Мәғәнәһе: "Аллаһ исеме менән, Аллаһҡа тапшырылдым, Уға ышандым. Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһта ғына". (Әбү Дауыт).
________________________________________
"Аллаһүммә инни әсъәлүкә сәхәтән үә ғәфийәтән үә ғилмән нәфиған үә ризҡан хәләлән таййибән үә ғәмәлән мәҡбулән!"
Мәғәнәһе: "Әй, Аллаһ! Һинән һаулыҡ, файҙалы белем, хәләл ризыҡ, ҡабул булырлыҡ ғәмәл һәм эш һорайым!".
________________________________________
"Раббәнә әтинә мил-ләдүңкә рахмәтәү-вә хәййиъ ләнә мин әмринә рашәдә. Раббишрах ли садри үә йәссир ли әмри. Рабби йәссир үә лә түғәссир. Рабби тәммим бил-хаир!"
Мәғәнәһе: "Әй, Раббыбыҙ! Беҙгә Үҙеңдән бер рәхмәт бир, эшебеҙҙә еңеллек бир. Раббым, күкрәгемде ас, эшемде еңеләйт, Раббым! Еңеллек бир, ауырлыҡ бирмә, эшемде уңышлы тамамла!"

https://vk.com/bashkortiman?w=wall-216903130_139 

Автор:
Читайте нас