

Исламда иң хөрмәтле хайуандарҙың береһе — бесәй.
Бесәйҙәрҙе ашатыу — Пәйғәмбәр Мөхәммәдтең (Аллаһтың уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) сөннәте.
Бер ваҡыт Ухуд һуғышы алдынан ғәскәрҙәр юлында балаһын имеҙгән бесәй осрай. Пәйғәмбәр (Аллаһтың уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) махсус кешене бесәй янына ҡалдырған, башҡалар белмәйенсә уларҙы тапатып китмәһен өсөн. Шулай итеп, ғәскәр бесәйҙе һәм уның балаларын урап үткән, уларға бер ниндәй ҙә зыян эшләмәгән.
Ухуд һуғышынан һуң Пәйғәмбәр (Аллаһтың уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) был бесәйҙе үҙенә алып, Муизза тип атаған. Ул аҡлы - ҡаралы төҫтә эфиоп тоҡомонан булған. Пәйғәмбәр (Аллаһтың уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) үҙенең бесәйен ҙур мөхәббәт менән ҡараған. Бер көн Пәйғәмбәрҙең кейеме итәгендә Муазза йоҡлап ятҡан, Пәйғәмбәр уны уятмаҫ өсөн, бесәй ятҡан ерен киҫеп алған.
Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ғөсөл алырға йыйынғанда, сәхәбә Әбу Нуайм (Аллаһ унан разый булһын): “Эй, Аллаһ илсеһе, был һыуҙы бесәй эсеп алды”, — тигән. Пәйғәмбәр: “Бесәйҙәрҙең ауыҙы иң таҙа ауыҙ”, — тип яуаплап, ғөсөл алыуын дауам иткән (Ғәйшә (Аллаһ унан разый булһын) тапшырған хәҙис).
Бер сәхәбә: “Ул өйөндә бысраҡ бесәйҙәрҙе йыйып тота”, — тип Пәйғәмбәргә әйткән. Был һүҙ Әбу Хурайраға (Аллаһ унан разый булһын) ҡағылған. Пәйғәмбәр (Аллаһтың уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) бер ни ҙә әйтмәгән. Бер көндө ул Әбу Хурайраны урамда осрата. Әбу Хурайра урамда бесәй балаһын таба ла, Пәйғәмбәр бер һүҙ әйтер тип, уны кейеме аҫтына йәшерә.
Пәйғәмбәр һорай: “Нимә йәшерҙең?” Әбу Хурайра асып бесәйҙе күрһәтә. Пәйғәмбәр уны һыйпай ҙа: “Әбу Хурайра, оялма, ғорурлан! Һин — бесәйҙәр атаһы!” — ти. Шул ваҡыттан Ғабдуррахман бин Сахр “Әбу Хурайра” (“Бесәйҙәр атаһы”) (ҡушаматы) исеме менән киң танылыу ала (Бухари, 5, 811).