

* Ирегеҙ әйткән һүҙен ихлас үтәгеҙ. Ул тыйған нәмәләрҙән алыҫ булығыҙ, йөҙөгөҙҙө һытыҡ ҡылып ҡаршы төшөргә ашыҡмағыҙ. Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ, ваҡ-төйәк өсөн зарланмағыҙ һәм ирегеҙгә ҡаршы һүҙ көрәштермәгеҙ. Ирегеҙҙең бәҫен төшөрә торған эш ҡылмағыҙ.
* Оялсан, тәрбиәле һәм намыҫлы булығыҙ. Ирегеҙҙең хөрмәтен һаҡлағыҙ, серҙәрен сисмәгеҙ, мал-мөлкәтен исраф итмәгеҙ.
* Ирегеҙҙең атаһы менән әсәһенә лә хөрмәт күрһәтегеҙ, изгелек менән ҡарағыҙ. Ҡалған туғандарын да яҡын күрегеҙ . Әгәр ирегеҙҙең алдан булған балалары бар икән, уларҙы ят итмәгеҙ, йылы мөнәсәбәт һаҡлағыҙ.
* Асыу килгән саҡта һүҙ ҡушмағыҙ. Үҙегеҙҙе тыйып, ҡыҙған саҡта башҡаларға яуап бирмәгеҙ — был мәлдә һүҙегеҙ башҡаларға ауыр булыуы ихтимал. Тиҙ генә асыуығыҙҙы баҫырға тырышығыҙ.
* Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен ғәфү итә белегеҙ. Йомшаҡ һәм мөләйем аралашыуҙы ғәҙәт итегеҙ, ғәйбәт һөйләүҙән һәм ғәйбәт таратыусыларҙан йыраҡ булығыҙ.
* Ҡайҙалыр булһағыҙ, тирә-йүндәгеләрҙең холҡон өйрәнегеҙ. Олоһона ла, кесеһенә лә ихласлыҡ күрһәтегеҙ, хәлдәрен һорашығыҙ, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ. Кемдер ауырғанда йәки күңелегеҙҙе төшөргәндә сабырлыҡ күрһәтә белегеҙ. “Бәлки, шулай булыуы хәйерлерҙер”, – тигән фекер менән йыуаныс табығыҙ һәм Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап доға ҡылығыҙ.