Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
30 Октябрь 2025, 04:34

САҘАҠАНЫҢ БӘРӘКӘТЕ

***

САҘАҠАНЫҢ БӘРӘКӘТЕСАҘАҠАНЫҢ БӘРӘКӘТЕ
САҘАҠАНЫҢ БӘРӘКӘТЕ

Көндәрҙән бер көндә Ғайса, ғәләйһис-­сәләм, ярандары менән һөйләшеп ултырған ваҡытта берәү, арҡаһына он кү­­тә­реп, янынан үтеп киткән. Ғайса, ғә­ләй­һис-­сә­ләм:
- И ярандар! Икенде ваҡытында был ирҙең йыназаһына намаҙ ҡылырға әҙер то­роғоҙ, - тине.
Икенде ваҡыты еткәс, йыназа нама­ҙы уҡырға әҙерләнәләр. Ғай­са, ғәләйһис-­сә­ләмгә, шул ваҡыт хә­бәр килә: «Әлеге ир бер бәләнән ҡотол­ған», - тип.
Ул кешене янына саҡырып:
- Һин бөгөн ниндәй изге ғәмәл ҡылдың? - тине.
Ул кеше әйтте:
- Ике икмәгем бар ине, береһе, ҡуйы­нымда ине. Шунда бер те­ләнсе килде, минән аҙыҡ һораны. Ик­мәгемдең бере­һен уға бирҙем, - тине. - Ке­йемемде сис­кәйнем, бер ҡара йылан сыҡты, уның ауыҙына йоҙаҡ эленгәйне. Эргәлә генә йылға бар ине, йылан һыуға инеп юҡ булды, - тине.
Ғайса, ғәләйһис-сәләм, әйтте:
- Ул йылан түгел ине, Хаҡ Тәғәлә һине һәләк ҡылыр өсөн, Ғазраилды йылан сүрәтендә ебәргән ине, ул саҙаҡа биргә­нең бәрәкәтендә йыланды һинән ки­ре алды, - тине.
Саҙаҡа биреү үлемдән, та­ғы төрлө бә­ләнән һаҡлар.

Дини календарҙан.

 

Көнгәк гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас