

"Хазина" төркөмө почтаһынан: «Күҙ тейеү, өшкөртөү һәм муллалар тураһында яҙам һеҙгә. Әсәйем һөйләне. Йәш сағында булған хәл. Магазинға барған булған, шунда бер ҡатын, йөҙөмә ҡарап, битең бигерәк матур, шып-шыма бит әле ул, тип һоҡланды, ти.
Өйөнә ҡайтып еткәнсе, әсәйемдең бер яҡ бите ныҡ итеп шешә, хатта, күҙемде аса алманым, ти ул. Шулай бер көн йөрөгәнме, күпме йөрөгәндер, иҫләмәйем. Атайым, күрше ауыл муллаһын саҡыртырға кәрәк тип, Ҡасим исемле мулла олатайҙы өйөбөҙгә алып килгән. Мулла бабай өшкөрөп ҡайтып киткән, аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, битемдәге шеш аҡтарылып, эрене аҡты, шеше бәләкәй генә булып ҡалды, ти әсәйем. Мулла бабай тағы ла ике тапҡыр өшкөрөргә кәрәк, тип, тағы килгән. Әсәйем (ул ғүмере буйы үҙен артҡы планға ҡуйған кеше булды), эй, бабайҡайым, әлегә эшем күп бит әле, һуңғараҡ өшкөрөрбөҙ, тип өйөнә килгән мулланы ҡайтарып ебәргән. Күп тә үтмәгән, мулла олатай үлеп ҡалған. Әсәйемдең битендәге шул шеш урыны ваҡыты-ваҡыты менән ҡысып, ҡыҙарып ала.
Элекке муллаларҙың өшкөрөүе килешкән шул. Хәҙер ундай муллалар юҡ бит ул?!"
Админ: ҡыҙыҡлы хатығыҙ өсөн рәхмәт 
ҮҘЕҢДЕ ҮҘЕҢ ӨШКӨРӨҮ ТУРАҺЫНДА:
«Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң күлли шәйьин йүҙинәә үә миң күлли нәфсин әү ғәинин. Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң күлли дә’ин йүҙинәә үә миң күлли шәҡәә’ин йүшҡиинәә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң ғәини мүғджәбин әү ғәйни сәхирин.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң шәррин-нәффәәсәти фил — ғүҡади үә миң шәрри хәәҡидин иҙә хәҡадә үә миң шәрри хәәсидин иҙә хәсәдә үә миң шәрри сәәхирин иҙә сәхәра үә миң шәрри нәәҙирин иҙә нәҙара үә миң шәрри мәәкирин иҙә мәкәра.
Бисмилләһи йәрғанә үәл-лаһү йэшфинә үәл-лаһү йәҗбүрънә үәл-лаһү йәхфәзънә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии Мин үәсәәүисис-садри үә шәтәәтәл-әмри үә минәл-әмради үәл-әүһәәми үә мин нәзәғаатиш-шаитаани үә минәл-әсҡаами үә мин мүзғиджәәтил-әхләәм.
Аллаһүммә әбтил ғайнән мүғджәбәтән нәҙарат үә мә бәрәкәт әү хәәсидәтин тәтәмәннә зәүәәлә ниғмәтин.
Аллаһүммә әбтил сү'ә ғаинин әсаабәт ғаклән фәбәлләдәтһү әү әсаабәт ғилмән фәдаййәғатһү әү әсаабәт зәкәә’ән фәсәхәҡатһү әү әсаабәт джәсәдән фә-әмрадатһү.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии Бисмилләһи йәрғаанә. Бисмилләһи йәхфәҙүнә"
Мәғәнәһе:
"Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәремде, яҡындарымды һәр яфа сиктерә торған нәмәнән, күҙҙән, нәфсенән өшкөрәмен. Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды яфа сиктерә торған һәр ауырыуҙан һәм һәр ҡамасаулай торған мәшәҡәттән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды еп төйөнсөктәренә әпсен-төпсөн өрөүсенең өрөүенән, һәр нәфрәтленең нәфрәтенән, һәр көнсөнөң көнселегенән, һәр сихырсының сихырынан, һәр яуыз ҡараусының яуыз ҡарашынан, һәр мәкер ҡылыусының мәкеренән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе хөрмәт итә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә шифа биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙгә йыуаныс биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды күңел вәсүәсәләренән, иғтибарһыҙлыҡтан, ауырыу — сырхауҙарҙан, ҡаты ҡараштарҙан, шайтан ҡотҡоларынан, сирҙәрҙән, ҡурҡыныс төштәрҙән өшкөрәмен.
Аллаһым тексәйеп ҡараған йәки мөбәрәк ҡылмаған күҙҙең ҡарашын, көнсөл булып ниғмәт зәүәлен теләгән күҙ ҡарашын юҡҡа сығар!
Аллаһым аҡылға ҡарап күҙ тейҙереп уны тупаҫландырған, ғилемгә ҡарап күҙ тейҙереп уны зая ҡылған, тапҡырлыҡҡа ҡарап күҙ тейҙереп уны юҡ иткән, тәнгә (кәүҙәгә) ҡарап уны ауырыуға һабыштырған күҙҙе юҡҡа сығар!
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе ҡәҙер итә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы"
Нисек ҡулланырға? Был доға менән нисек өшкөрөргә мөмкин?
Башта тәһәрәт алып ике рәкәғәт хәжәт намаҙ уҡыһаң бик яҡшы булыр. Уныһын булдыра алмаһаң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып теләгәнеңде асыҡларға һәм изге нәтижәләр теләргә кәрәк. Шунан һуң был доғаны ниәтләп, һәр айырым һөйләмдәр менән уҡылыр. Әгәр үҙ-үҙеңде өшкөрһәң доғаның бер һөйләмен уҡыу менән устарыңа өр, шунан шул устарың менән йөҙөңде, тәнеңде һыпыр. Әгәр балаларҙы, йәмәғәтеңде, яҡындарыңды өшкөрһәң доғаның айырым һөйләмен уҡыған һайын өшкөрә торғандың йөҙөнә һулышың менән еңелсә генә өрөп ебәр. Был доға ун һөйләмдән тора. Тимәк, өшкөрөүсе кеше өшкөрөү ваҡытында ун мәртәбә өрөр. Шундай уҡ тәртип менән был доғаны ҡулланып эсә торған, йыуына торған һыуҙы, ашай торған ризыҡты ла өшкөрөргә мөмкин.
Фәрид хәҙрәт Сәлмән