Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
6 Октябрь 2025, 10:59

Асыуҙы нисек еңергә?

Кемгәлер асыуланһаҡ, ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтөрмәйбеҙ. Асыуланған ваҡытта өндәшмәһәң, әжер-сауап яҙылыуын белһәгеҙ, күбегеҙ өндәшмәй ҡалыр ине, моғайын. Ә асыуҙы нисек еңергә һуң?  

Асыуҙы нисек еңергә?Асыуҙы нисек еңергә?
Асыуҙы нисек еңергә?

1. Тәһәрәтләнеп ал. "Әгәр берәйһегеҙ асыуланһа, тәһәрәт алһын", — тигән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм.

2. Ултыр, был да ярҙам итмәһә — ят тор. "Берәйегеҙ баҫып торған көйө асыуланһа, ултырһын. Әгәр асыуы китте икән — яҡшы, юҡ икән — ятһын", — тигән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм.

3.Аллаһы Тәғәләнән шайтанға ҡаршы ярҙам һора. Бер ваҡыт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм алдында ике ир һүҙгә килешеп китә һәм береһенең асыуҙан бите ҡыҙара. Быны күргән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм: "Мин шундай һүҙ беләм, әгәр ул уны әйтһә, шул тапҡаны (асыуы) унан китер ине — ул һүҙ:

"Әғүүҙү би-Лләәһи минә-шшәйтаани-рраджиим", — тигән.

Тәржемәһе: "Таштар менән ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам!"

4. Асыуланған ваҡытта өндәшмә. "Әгәр берегеҙ асыуланһа — өндәшмәһен", — тигән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм.

5. Асыуыңды сығармай, баҫҡаның өсөн әжер буласағы тураһында иҫеңә төшөр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм шулай тигән: "Көрәштә еңгән көслө түгел, асыуланған сағында үҙен тота алған — шул көслө!"

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
 
Автор:
Читайте нас