

Ниндәй төҫтәге хижәп яҡшыраҡ?
ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Хижәптең ҡара төҫтә булыуы сөннәтме? Ниндәй хәҙистәрҙә быға дәлил бар?
️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Ҡатын-ҡыҙ тик ҡара кейенеп кенә йөрөргә тейеш, йә иһә, сөннәт – ул ҡара төҫ, тигән хәҙистәр юҡ. Киреһенсә, хәҙистәрҙә хәбәр ителеүенсә, сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙар төрлө төҫтәге кейем (төрлө төҫтәге хижәптәр) кейгән.
🟢 Йәшел: әл-Бохари имамдың "Сахих" йыйынтығында килтерелгән бер хәҙистә Ғәйшә инәбеҙ (Аллаһ унан риза булһын) әйтеүенсә, ҡайһы бер сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙар йәшел химар ябынған ("Сахих", 5825-се хәҙис).
Ҡыҙыл: икенсе бер хәҙистә Ибраһим ән-Нәхәғи исемле тәбиғин (Аллаһ уға рәхимле булһын) хәбәр итеүенсә, ул Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатындарын ҡыҙыл ябыуҙа күргән (Ибн Әби Шәйбә, "Мүсаннәф", 24235-се хәҙис).
🟠 Һарғыҙыл (зәғферән): тағы ла бер хәҙистә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатыны Өммө Сәләмәнең (Аллаһ унан риза булһын) күлдәге һәм бөркәнсеге ҡыҙғылт төҫтә булыуы әйтелә (Ибн Әби Шәйбә, "Мүсаннәф", 24237-се хәҙис).
Аҡһыл-ҡыҙыл: шулай уҡ, Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатыны Ғәйшәнең (Аллаһ унан риза булһын) ихрамда булғанында аҡһыл-ҡыҙыл төҫкә кейенеүе тураһында хәҙис бар (Ибн Әби Шәйбә, "Мүсаннәф", 24238-се хәҙис).
Үрҙә килтерелгәндәрҙән шуны аңларға була: ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре теләгән ниндәй төҫтәге булһа ла кейемдә йөрөй ала. Иң мөһиме, кейем ҡатын-ҡыҙҙың тән һыҙаттарын йәшерергә, Ислам ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәк талаптарына яуап бирергә¹ һәм тик ир-егеттәргә генә хас төҫтә булмаҫҡа тейеш.
Әммә, шулай ҙа, ҡара төҫтәрҙәге кейем ҡатын-ҡыҙ өсөн яҡшыраҡ булып тора. Сөнки был төҫ нығыраҡ йәшерә һәм артыҡ күҙгә салынып бармай². Хәҙистәрҙән дә күренеүенсә, күпселек сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙар тап ҡара төҫкә нығыраҡ өҫтөнлөк биргән.
️ Ҡара: "Өҫтәрен ябыулыҡтары (джилбәб) менән ҡаплаһындар", – тигән аят төшкәс (Ҡөрьән, 33:59), ансарҙарҙың (Мәҙинә мосолмандарының) ҡатын-ҡыҙҙары ҡоҙғондар кеүек³ (тура тәржемәһе: баштарында ҡоҙғондар ултырған кеүек) кейенеп сыҡҡандар ине, тигән Өммө Сәләмә инәбеҙ (Аллаһ унан риза булһын) (Әбү Дауыт, "Сүнән", 4101-се хәҙис).
Хәҙис ғалимдары аңлатыуынса, был уларҙың хижәптәрендә ҡара төҫ булыуына ишара, тап ҡара төҫтәре арҡаһында улар ҡоҙғон менән сағыштырылған да.
Йомғаҡлап әйткәндә, фәҡәт ҡара төҫтәге генә хижәптә йөрөү сөннәт булып тормай, бүтән төҫтәрҙәге хижәптәр ҙә рөхсәт ителгән, әммә ҡара төҫ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡулайыраҡ.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.










¹ Мәҫәлән, ҡояш яҡтыһында үтә күрһәтерлек туҡыманан булмаһын, тәнгә һылашмаһын, сит ирҙәрҙең иғтибарын йәлеп итерлек сағыу, биҙәкле булмаһын һәм башҡаһы. – тәрж.
² Бында айырым халыҡҡа хас ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кейемдәге милли йолаларҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Сөнки ҡайһы бер йәмғиәттәрҙә, киреһенсә, ҡара төҫ, мәҫәлән (йә ниндәй ҙә булһа бүтән төҫ), нығыраҡ күҙгә бәрелергә һәм иғтибар йәлеп итергә мөмкин. – тәрж.
³ Хәҙистәрҙә һәм әҫәрҙәрҙә ошоноң ише сағыштырыуҙарҙы осратҡан саҡта, уларҙы тап ғәрәптәр аңлағанса аңларға кәрәк. Мәҫәлән, ҡатындың матурлығын билдәләргә теләһәләр, ғәрәптәр уны: "Ат кеүек", – ти, һөйкөмлө баланы иһә: "Һин – өйрәк!" – тип яраталар, һәм башҡаһы. Бында ла, ҡоҙғондар кеүек, тип әйтеү тәнҡит һүҙҙәре булып тормай. – тәрж.










Фәтүә биреүсе: Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй.