Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
30 Сентябрь 2025, 08:25

ҠӨРЬӘНДӘН 7 ВӘҒӘҘӘ

Шул саҡта Раббы Тәғәлә һине тура юлға күндерер.

ҠӨРЬӘНДӘН 7 ВӘҒӘҘӘҠӨРЬӘНДӘН 7 ВӘҒӘҘӘ
ҠӨРЬӘНДӘН 7 ВӘҒӘҘӘ

🤲1. Унан башҡа табыныуға лайыҡлы бер илаһ та булмаған Аллаһҡа иман килтер. Йөрәгеңде тулыһынса Ҡөрьәнгә һәм унда әйтелгәнгә бәйлә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм сәхәбәләр нисек инанған, һин дә шулай инан. Шул саҡта Раббы Тәғәлә һине тура юлға күндерер.
Аллаһ Ҡөрьәндә тәүге быуын мосолмандарға:
✨"Әгәр улар һеҙ иман килтергән кеүек инанһа, ул сағында тура юлдан китерҙәр"✨, — ти (2:137).

 

🤲2. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Сөннәтен өйрән һәм бар нәмәлә Рәсүлгә ﷺ эйәр. Шул саҡта Аллаһ һине яратыр һәм Йәннәтле итер.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Пәйғәмбәргә ﷺ шулай тип әйтергә ҡушҡан:
✨"Әгәр һеҙ Аллаһты яратһағыҙ, миңә (Пәйғәмбәргә) эйәрегеҙ — шул саҡта Аллаһ та һеҙҙе яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ғәфү итер", — тип әйт"✨ (3:31).

 

🤲3. Изге Ҡөрьәнде өйрән, аяттары тураһында фекер йөрөт, унда ҡушылғандар буйынса йәшә — Аллаһ һине хаталарҙан һәм бидәғәттәрҙән һаҡлар.
Ибн Ғәббәс сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) шулай тигән: "Кем Ҡөрьән уҡый һәм ундағыға эйәрә, шуны Аллаһ аҙашыуҙарҙан һаҡлар һәм Ҡиәмәт көнөндәге насар хисаптан ҡотҡарыр. Сөнки Аллаһ Тәғәлә:
✨"Кем тура юлға эйәрә, шул аҙашмаҫ һәм бәхетһеҙ булмаҫ"✨, — тигән" (Ҡөрьән, 20:123).

 

🤲4. Көн-төн Аллаһҡа ғына ялбар. Уға бер кемде лә, бер нәмәне лә тиңдәш итмәйенсә, тура Уның Үҙенән ярҙам, ниғмәт, бәрәкәт һора. Бел: доға Исламда бик бөйөк урын алып тора.
"Иң яҡшы ғибәҙәт — ул Аллаһҡа доға ҡылыу", — тип әйткән Ибн Ғәббәс сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) һәм ошо аятты уҡып ишеттергән:
✨"Минән һорағыҙ һәм Мин һеҙгә яуап бирермен", — тигән Раббығыҙ"✨ (Ҡөрьән, 40:60).

 

🤲5. Аллаһҡа буйһоноп, Уны зикер итеп, Уны һәр саҡ иҫеңдә тот.

 

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:

 

✨"Мине зикер итегеҙ һәм Мин һеҙҙе зикер итермен"✨, — ти (2:152).

 

🤲6. Раббыңдың бар биргәне өсөн рәхмәтле бул. Ә бит Ул биргән ниғмәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ! Уға шөкөр итһәк, Ул беҙҙе тағы ла күберәк ниғмәт менән бүләкләр.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:
✨"Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, Мин мотлаҡ һеҙгә тағы арттырырмын, әгәр көфөр ҡылһағыҙ (рәхмәтһеҙ булһағыҙ) — Минең язам ҡаты!"✨, — тигән (14:7).

 

🤲7. Онотмайыҡ: тиҙҙән беҙ был донъяны ҡалдырып, мотлаҡ Аллаһҡа ҡайтасаҡбыҙ. Һәм һәр һүҙебеҙ, һәр ҡылығыбыҙ өсөн Уның алдында яуап тотасаҡбыҙ.
✨"Үҙ үлемегеҙ менән үлһәгеҙ ҙә, үлтерелһәгеҙ ҙә, мотлаҡ Аллаһҡа саҡырыласаҡһығыҙ"✨, — тигән Бөйөк Аллаһ (Ҡөрьән, 3:158).
Шулай уҡ Раббыбыҙ:
✨"Аллаһҡа ҡайтарыласаҡ Көндән ҡурҡығыҙ. Шунан һуң һәр йән үҙенең ҡаҙанғанын алыр"✨, — тип әйткән (Ҡөрьән, 2:281).
Аятты тәфсирләп, Ибн Ғәббәс сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын):
"Был — Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ төшөрөлгән иң һуңғы аят", — ти.

 

✍️ Үмм Мөхәммәт әҙерләне.

https://vk.com/club42590072?w=wall-42590072_20410 

Автор:
Читайте нас