Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
18 Сентябрь 2025, 11:11

Күҙ тейеү тураһында

йәки “Бәхет тынлыҡты ярата”

Күҙ тейеү тураһындаКүҙ тейеү тураһында
Күҙ тейеү тураһында

Башҡаларҙың уңышына, матур тормошона, бәхетенә көнләшеп баҡҡандар ҙа була.

 

Ҡайһы берҙәрҙе “ҡаты күҙле” тип атайҙар, уларҙың ҡарашы бигерәк тә йоғонтоло була. Шундай осраҡтарҙа яман ҡарашҡа юлыҡҡан кеше ҡапыл ауырып китә, хәлһеҙләнә, тыныслығын юғалта.

 

Күҙ тейеү тураһында Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: “Күҙ тейеү хаҡ. Ул әҙәмде – ҡазаға, дөйәне ҡаҙанға индерә”, - тигән.

 

Бәндәләргә ебәрелгән һәр ауырыуға Аллаһы Тәғәләнән дауа ла бар, тиелә Ислам тәғлимәтендә.

 

Яман күҙҙән һаҡланыу өсөн, һоҡланып ҡарағанда: “МәшәАллаһ! Лә ҡеүүәтә иллә билләһ”, - тип әйтергә ҡушыла.

 

Күҙ тейеп барғандарға һәр ваҡыт Аллаһтан ярҙам һорап, шулай уҡ бик көслө “Фатиха”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләрен, “Аятел-Көрси”ҙе уҡып йөрөү хәйерле.

 

Элек ҡырҡ көнө тулғансы сабыйҙы сит кешегә күрһәтмәгәндәр, сөнки күҙ тейә һәм яуыз заттар балаға зыян итеүе ихтимал, тип иҫәпләнгән. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, әле генә ҡарындан сыҡҡан баланы фотоға төшөрә һалып, бөтә донъяға күрһәтеү ғәҙәткә инде.

 

Күҙ тейеү һәм башҡаһын хөрәфәт тип иҫәпләп, йәштәр быға бик ышанып бөтмәһә лә, “Бәхет тынлыҡты ярата” тигән һүҙҙәрҙе хәтерҙәрендә тотһон ине.

 

https://vk.com/club228153812?from=groups&w=wall-228153812_2933

 

Автор:
Читайте нас