Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
8 Сентябрь 2025, 03:53

Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға

Яңы аҙна имен үтһен, дуҫтар!    

"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин"

Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө. 

Автор:
Читайте нас