Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
3 Сентябрь 2025, 16:18

Бөгөн - Мәүлит кисе

Рабиғел әүүәл айының 11-се һәм 12-се көндәре араһында Мәүлит кисе билдәләнә. Унда һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм донъяға килгән. Был кискә хөрмәт күрһәткән кеше пәйғәмбәребеҙгә лә хөрмәт күрһәтә, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм ризалығына ирешә.

Бөгөн - Мәүлит кисеБөгөн - Мәүлит кисе
Бөгөн - Мәүлит кисе

Мәүлит кисендә мәсеттәрҙә вәғәздәр һөйләнелә, мосолмандар Ҡөрьән уҡып, ғибәҙәт ҡылып, изге эштәр ҡылып үткәрә. Бер-береһе менән осрашып, хәлдәрен белешеп, бүләктәр бирешә. Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр.

Был кистә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһиссәләмгә бағышлап 1000 мәртәбә салауат әйтеү сауаплы: «Аллаһүммә салли ғәләә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим».

Рабиғел әүүәл — Мәүлет айы. Йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-ғәләм, ошо айҙың 11-енән 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Миләди йыл иҫәбенсә 571 йылға тура килә. Ә инде айын, көнөн күрһәтһәк, 27 апрель була.

     Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, вафат булғандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, әрбил дәүләте батшаһы Мөзәфәр әбү Сәғид Күкбури бин Ғәли Биктәкин тигән кеше пәйғәмбәребеҙҙең бөйөклөгөн аңлап һәм ахирәттә уның шәфәғәтенә өмөт итеп, ғәйәт ҙур йомартлыҡ менән табын әҙерләтеп, бик күп кешене ҡунаҡ итеп, мул итеп хәйер-саҙаҡа таратып, байрам үткәрә. Был байрам пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә мәүлиткә бағышлана. Был байрамда Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, тормош юлы бәйән ителә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, күрһәткән юл менән барыуҙы өйрәткәндәр, Мөхәммәтте, ғәләйһис-сәләм, маҡтап, шиғырҙар, мөнәжәттәр уҡығандар, ҡиссалар һөйләгәндәр. Был күркәм тантананы үткәреү бүтән илдәрҙең мосолмандарының да күңеленә бик хуш килә, Мәүлит үткәреү ғәҙәте тиҙ тарала.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас