

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм, кесаҙна төнөндә йәки йома көндөҙ "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.
Был сүрә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора.
Дүрт төп тема:
1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),
2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),
3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),
4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар).
"Әл-Кәһф" сүрәһенең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәл фетнәһенән һаҡланған булыр», – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ (Мөслим йыйынтығынан).
Август айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Ул Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.