

Ни өсөн мин шулай уйлайым?
Сөнки, минең бик күп туғандарым һәм яҡындарым шулай уйлай. Үҙҙәрен иманлы кеше тип һанай, ә тормоштары менән быны күрһәтә алмай. Шуға күрә уларҙың Изге Яҙманы уҡырға, доға ҡылырға, Ғибәҙәтханаға йөрөргә ваҡыттары юҡ. Мин һинән иманлыраҡ тип әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар Алланан йыраҡта торалар һәм иблис тәғлимәтендә тормоштарын дауам итәләр.
Ни өсөн мин Алла яғына баҫтым?
Беренсенән: сөнки миңә ауыр саҡта ни бары Раббы Аллам ғына ярҙам итте.
Икенсенән: ни бары Ул ғына мине гонаһлы әшәке тормоштан тартып алды.
Өсөнсөнән: Раббының кем икәнлеген Изге Яҙма беҙгә былай тип иҫбат итә:
«Донъяны һәм уның эсендәге һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше төҙөгән һарайҙарҙа йәшәмәй, кешеләрҙең Уға хеҙмәт итеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә. Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе, ваҡытты һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр һәм Уға һиҙемләп юл тапмаҫтармы икән тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел». Инжил Ғәмәлдәр 17:24-27
Беҙ Аллаға, барлыҡ ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ҡалдырып һәм Уға тәүбә итеп, шулай уҡ Раббы Ғайсаны үҙ Хоҙайыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ тип ҡабул иткәс кенә яҡынлаша алабыҙ. Әлбиттә, беҙҙең Алланы эҙләүебеҙ бының менән генә тамамланмай. Алла бәндәләре булып киткәс, беҙ Уға тоғро булырға тейешбеҙ һәм ең һыҙғанып, үҙебеҙҙең элекке иблис ҡоллоғондағы гонаһлы тормошобоҙҙо үҙгәртеү яғын хәстәрләргә тейешбеҙ. Инжилгә күҙ һалайыҡ: «Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ. Мәсих менән бер төрлө үлемдә берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшербеҙ. Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, сөнки үлгән кеше гонаһтан азат ителә бит. Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ. Беҙ беләбеҙ, үленән терелгәндән һуң, Ул инде башҡа үлмәйәсәк, инде үлем Уға хаким була алмаясаҡ. Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһҡа ҡарата үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсихтә Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ». Инжил Римдарға 6:4-11
Әгәр бындай үҙгәрештәр булмаһа, беҙҙе ҡоллоҡта тотҡан зат, ҡабаттан беҙҙең тормошҡа хужа булып китеүе бик ихтимал. Был турала Изге Яҙмала былай тейелә: «Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ. Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. Уның хакимлығы мәңге-мәңгегә булһын. Амин!» Инжил 1 Петрус 5:7-11
Ниндәй генә ауырлыҡтар килмәһен Аллаға һыйынығыҙ, доға ҡылығыҙ, Уның Изге Һүҙен тормошҡа ашырығыҙ. Бүтән имандаштар менән бергә булығыҙ һәм аралашып йәшәгеҙ. Улай итмәһәгеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеүе бик ҡыйын була һәм ҡабат элекке тормошоғоҙ әйләнеп ҡайтасаҡ. Әйҙәгеҙ Инжилгә күҙ һалайыҡ: «Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр». Инжил Маҫҫайос 12:43-45
Алда әйтелгәнсә, әгәр тәүбәгә килгән кеше, үҙ тормошон Аллаға тапшырып үҙгәртмәй икән, шаҡшы рух кире ҡайтып йәшәй башлай. Шуға күрә Алла ҡушҡанды үтәп, Уның тыйғандарынан тыйылып йәшәргә кәрәк. Инжилдә: «Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба», тип яҙылған.
Был нимәне аңлата?
Әгәр беҙ тәүбә итеп, Раббы Ғайсаны Хоҙайыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ тип ҡабул иткәс, Уның хәҡиҡәтен, ҡанундарын, иманыбыҙ тәғлимәтен тулы килеш ҡабул итмәһәк, Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәрҙе ҡолаҡҡа элмәһәк, беҙҙең тормошобоҙ ваҡытлыса ғына яҡшы һәм таҙа булып торасаҡ. Бер нисә ваҡыт үткәс элеке йәшәйешебеҙ тып итеп кире ҡайтасаҡ һәм үҙе менән тағы ете яуыз дуҫын да ҡунаҡҡа алып ҡайтасаҡ. Бына шул саҡ, ниңә был донъяға тыуҙым, икән тип илауҙар килеп тыуасаҡ. Шуға күрә, яуыз иблис тарафынан кире вәсвәсәгә һалынмаҫ өсөн, уға ныҡлы ҡаршы торорға кәрәк. Кем элек эскеселек, тәмәке тартыу, һүгенеү, зина ҡылыу менән дуҫ булһа, быға ҡабаттан ҡайтмаһын.
Ошо һүҙҙәргә ҡағылышлы бер миҫал килтергем килә. Мәҫәлән: Бер кеше фатирын һатып, яңы хужаға: «әфәндем, был фатир хәҙер һинеке, мөмкин булһа рөхсәт ит әле, миңә бына ошо урынға ҡаҙаҡ ҡағып ҡуйырға. Әгәр мин һиңә ҡунаҡҡа килһәм, ошо ҡаҙаҡҡа мин үҙ әйберҙәремде элер инем һәм был ҡаҙаҡтың хужаһы булыр инем». Яңы хужа рөхсәт иткәс, элекке хужа, был ҡаҙаҡҡа бер сумка балыҡ элеп ҡуя. Балыҡ, ваҡыт еткәс һасый һәм был фатирҙағы хужаларға мәшәҡәтлек килтерә. Яңы хужа был балыҡ тулы сумканы алып ташлай алмай, сөнки ул уның хужаһы түгел.
Бына иблис тә шулай Алла бәндәләрен вәсвәсәгә һала ла инде. Шуға күрә, бар тормошоғоҙҙо Аллаға тапшырғанһығыҙ икән, иблистең бер нимәһен дә ҡалдырмағыҙ, сығарып ырғытығыҙ һәм ул нисек кенә һеҙҙе өгөтләмәһен, ҡолаҡҡа һаңғырау булығыҙ.
Шуны белегеҙ: Алланы ҡурҡыу һәм шикләнеү килгән саҡта ла эҙләргә кәрәк. Шулай уҡ күңелебеҙ тынысланғанға тиклем һәм тыныс тормош килгәс тә Уны оноторға кәрәкмәй. Был турала Инжил бнҙгә былай ти: «Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар? Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ. Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә. Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер. Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек». Инжил Маҫҫайос 6:25-34
Раббы Ғайса исеме менән иртән тороп, көнө буйы йөрөп, кис ятҡансы Уны иҫкә алып йәшәүсе кеше бәхетле. Сөнки: «Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң? Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме? Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит! Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең хаҡыңа үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, салыу һарығылай һаналабыҙ». Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ. Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам». Инжил Римдарға 8:31-39
Уяу булығыҙ, фатихалар һеҙгә ҡәҙерлеләрем. Раббы Ғайса һәр беребеҙҙе бер тигеҙ ярата. Һеҙ Уны яратмаһағыҙ ҙа, шуға ҡарамаҫтан Ул һеҙҙе ярата.
Алла мәрхәмәте, бәрәкәтле тормош теләйем һеҙгә. Амин!
Рәил Аҙнай.