Ике шәйех (әл-Бохари һәм Мөслим) килтереүҙәренсә, Зәйет ибн Хәлит әл-Джүһәни исемле сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) шулай тигән:

"Хүдәйбиәлә булған саҡта төндә ямғыр яуғандан һуң Аллаһ рәсүле ﷺ беҙҙең менән бергә иртәнге намаҙҙы уҡыны ла, уҡып бөткәс, кешеләргә ҡарай боролоп:
– Һеҙҙең Раббығыҙ нимә тип әйтте, беләһегеҙме? – тип һораны.
– Аллаһ һәм Уның рәсүле яҡшыраҡ белә, – тине сәхәбәләр.
– *"Ҡолдарымдан кемдер Миңә ҡарата иманлы булып уянды, кемдер – Миңә ҡарата кафыр булып, – тине Ул. – Кем: "Аллаһтың йомартлығы һәм рәхимлеге менән ямғырлы булдыҡ", – тигән, шул – Миңә ҡарата иманлы һәм йондоҙҙарға ҡарата кафыр, ә кем: "Фәлән йондоҙ арҡаһында ямғырлы булдыҡ", – тигән, шул – Миңә ҡарата кафыр һәм йондоҙҙарға ҡарата иманлы".*

_әл-Бохари, "Сахих" (846), Мөслим, "Сахих" (71)._

*Хәҙистең мәғәнәһе:* кем йондоҙҙарҙың был донъяға һәм унда булып торған ваҡиғаларға тәьҫир итеүенә (йоғонто яһауына) ышана, Аллаһ ҡаршыһында шул – Уға ҡарата көфөрлөк күрһәтеп, йондоҙҙарға табыныусы; ә кем был донъялағы ваҡиғаларҙың бөтәһен дә – яҡшыһын да, насарын да – Аллаһҡа ҡайтара һәм бөтә эштәрҙе лә, бөтә үҙгәрештәрҙе лә тик бер Аллаһҡа ғына бәйләй, Аллаһ өсөн шул – йондоҙҙарға табыныуҙа ҡатнашлыҡ итмәгән Уның ихлас ҡоло.
Шулай уҡ, хәҙистән аңлашылыуынса, сәғәттәрҙең йә көндәрҙең уңышлыһы һәм уңышһыҙы (бәхетлеһе һәм бәхетһеҙе) була, тип ышанып, шул "уңышлы" йә "уңышһыҙ" көндәр тураһында йондоҙсоларҙан һорашыу (йә йондоҙнамәләр аша белешеү) һәм уларҙың һөйләгәндәренә таяныу – ул ширек (күп илаһлыҡ). Сөнки бында йондоҙҙар менән бәйлелелек бар, ә йондоҙ һәм планеталарҙың [ниндәйҙер илаһи] йоғонто яһай алыуына инаныу – уларға табыныу үҙенсәлектәренән.

_Исмәғил әд-Дәһләүи, "Рисәләт әт-Тәүхид"_
t.me/dinigilem

Файҙалы ғилем булһа, бүтәндәр менән дә бүлеш